Лакиер йорто (Таганрог)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Лакиер йорто (Таганрог)
Лакиер йорто
Таганрог Тургеневский 5 фото 010.jpg
Ил Рәсәй
Адрес Таганрог, Тургенев тыҡрығы, 5
Архитектура стиле классицизм
Нигеҙләнгән XIX быуаттың беренсе яртыһы

Лакиера йорто — XIX быуаттың беренсе яртыһы архитектура ҡомартҡыһы[1] . Ул Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында Тургенев тыҡрығы, 5 адресы буйынса урынлашҡан. Йорт классицизм стилендә төҙөлгән, уның фасадын ярымколонналар биҙәй.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуаттың беренсе яртыһында Таганрог ҡалаһының Тургенев тыҡрығында ике ҡатлы яңы айырым йорт төҙөлә. Ул Нахичевандың I гильдия сауҙагәре Карп Маркович Гайрабетов милегендә булған бер ҡатлы ҡоролмалар, кибеттәр өҫтөнән күтәрелеп, ҡуҡырайып ултыра. Гайрабетов ҡаланың нәҫелдән килгән почетлы гражданы[2] була. 1839 йылда йорт хужаһы грек гражданы, сауҙагәр Мануил Кумани була. 1860-сы йылдарҙа йорт хужаһын алмаштыра, яңы хужаһы булып коллежский советник Марк Варваци тора. 1882 йылда йорт уның вариҫтарына — Александра Попудоваға һәм Елена Лакиерға күсә. Улар 1920-се йылдар башына, совет власы урынлашҡанға тиклем йорт хужаһы булып торалар. Уларҙың милегендә шулай уҡ Грек урамындағы 42-се йорт була. Баһалау мәғлүмәттәре буйынса, ошо ваҡытта йорт хаҡы 24 мең һумға тиң булаған. Ошо йортта оҫтахана ихтыяждары һәм ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге һәм балалар кейеме тегергә заказдар ҡабул итеү өсөн Фай[3] ханым ҡуртымға фатир ала. Башҡа сығанаҡтар буйынса, «мода оҫтаханаһы» йортта 1892 йылдан алып урынлашҡан һәм ул И. Ю. Фивичтыҡы булған. 1992 йылдан йорт — архитектура ҡомартҡыһы, закон менән һаҡлана. 2003 йыл мәғлүмәттәре буйынса, йортта «Тополек»[4] балалар баҡсаһы урынлашҡан .

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Жилой дом 2017 йылдың 12 март көнөндә архивланған.
  2. Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с.
  3. Дом 5 2017 йылдың 12 март көнөндә архивланған.
  4. Энциклопедия Таганрога