Леви Бернар-Анри
франц. Bernard-Henri Lévy | |
Хештег | BHL |
---|---|
Гражданлығы | |
Балалары | Жюстин Леви[d] и Antonin Lévy[d] |
Хәләл ефете | Домбаль, Ариэль[d] |
Эшмәкәрлек төрө | Фәлсәфә |
Заты | ир-ат[2] |
Ҡыҫҡаса атамаһы | BHL |
Испытал влияние от | Андре Мальро[d], Жан-Поль Сартр и Левинас, Эммануэль[d] |
Һөнәр төрө | фәлсәфәсе, кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, журналист, романист, предприниматель, актёр, кинопродюсер, нәшерсе |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ойошма ағзаһы | comité de lecture des éditions Grasset[d] |
Тыуған көнө | 5 ноябрь 1948[3][4][…] (75 йәш) |
Сәнғәт йүнәлеше | Новые философы[d] |
Тыуған урыны | |
Кемдә уҡыған | Жак Деррида[d] и Луи Альтюссер[d] |
Эра | Хәҙерге заман фәлсәфәһе |
Рәсми сайт | bernard-henri-levy.com (фр.) |
Ҡатнашыусы | Евромайдан[d] |
Уҡыу йорто | |
Фолловерҙар һаны | 133 998 |
Туған тел | Француз теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Француз теле |
Бер туғандары | Véronique Lévy[d] |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][5] |
Сожитель | Гиннесс, Дафна[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Берна́р-Анри́ Леви́ (франц. Bernard-Henri Lévy BHL булараҡ билдәле; 5 ноябрь 1948 йыл) — француз фәйләсүфе, сәйәси журналист, яҙыусы, сәйәси эшмәкәр.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алжир ҡалаһы Бени-Сафта етеш йәшәгән йәһүд ғаиләһендә тыуған. Бернарҙың атаһы — Анри ҙур «La Becob» урман сәнәғәте компанияһы хужаһы булған. 1954 йылда ғаилә Францияға Париж ҡалаһы янындағы Нейи-сюр-Сенға күскән. 1968 йылда Бернар-Анри Юғары нормаль мәктәбенә уҡырға инә.
Журналист эшмәкәрлеген «Combat» гәзитендә башлай. 1971 йылда Бангладештың Пакистандан бойондороҡһоҙлоҡ яулау һуғышын яҡтыртыу маҡсатында Һиндостанға барған. 1973 йылдан — «Grasset» нәшриәте мөхәррире, һуңғараҡ был нәшриәттә уның китаптары баҫыла. Башлыса көнүҙәк сәйәси темаларға 20-нән ашыу китап яҙған.
1974 йылда модель Изабель Дутрелингә (Isabelle Doutreluigne) өйләнә, һәм уларҙың ике балаһы тыуа.
Леви «Яңы философия» мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ билдәле, хәҙерге марксизмды тәнҡитләй («Варварство с человеческим лицом» китабы, 1977).
1984 йылда Леви, Францияның Социалистик партияһы һәм уның лидеры Франсуа Миттеран өсөн ҡара тәнле һәм ғәрәп һайлаусыларҙың тауышын йәлеп итеү өсөн тәғәйенләнгән, «SOS racisme» ижтимағи ойошмаһын булдырыуҙа ҡатнаша. 1986 йылда Эфиопияға барған.
1990-сы йылдар башында Левиҙың элекке Югославиялағы низағта ҡатнашҡан босний мосолмандарын яҡлаусы мәҡәләләре донъя күрә. 1991 йылда кино өсөн бирелгән дәүләт субсидияларын бүлеүсе дәүләт кинокомиссияһы (франц. commission d’avances sur recettes) директоры итеп тәғәйенләнә.
1993 йылда актриса Ариэль Домбальға өйләнә. 1997 йылда төп ролдәрҙә ҡатыны һәм Ален Делон ҡатнашҡан «Көн һәм төн» фильмын төшөрә.
1999 йылда «Косовты азат итеү армияһы» өсөн сығыш яһай һәм үҙенең мәҡәләләрендә Югославия Союз Республикаһын бомбаға тоторға саҡыра.
Афғанстанда 2001—2014 йылдарҙа терроризмға ҡаршы һуғышты хуплай.
Леви — ислам фундаментализмына ҡаршы көрәшә. 2005 йылда Салман Рушди менән «Бергәләп яңы тоталитаризмға ҡаршы» («Вместе против нового тоталитаризма») манифесы менән сығыш яһай, унда 2005-2006 йылдарҙағы карикатура ғауғаһын һәм Европала ислам йәшәү рәүешен таратырға маташыуҙы тәнҡитләй.
2008 йылда Көньяҡ Осетияла һуғыш ваҡытында Грузиянан репортаждар алып бара, президент Михаил Саакашвили менән интервью ойоштора.
2008 йылда «Йәмғиәт дошмандары» тигән китабы — Левиҙың француз яҙыусыһы Мишель Уэльбек менән хатлашыуы баҫылып сыға.
2010 йылдың майында «JCall» төркөмөнөң Израилгә баҫым яһарға саҡырған Европа парламентына мөрәжәғәт иткән петицияһына ҡул ҡуйған, Һуңынан, 2020 йылдың июнендә, ошо уҡ төркөмдөң икенсе декларацияһына ҡул ҡуйған.
2011 йылдың мартында Бенгазиҙа Ливия баш күтәреүселәре менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша һәм яңы ғына ойошторолған Милли күсмә советының халыҡ-ара танылыуы өсөн тырыша[6]. Һуңыраҡ шул уҡ айҙа Николай Саркози менән ул Ливиялағы ваҡиғаларҙа хәрби ҡатнашыу инициативаһын алға һөрә.
2013 йылдың мартында үҙен радикаль исламизмға ҡаршы көрәшеүсе һәм Ливияны Муаммар Каддафи режимынан азат итеүгә рухландырыусы тип таныған Бернар-Анри Левиға, радикаль исламизмдың көсәйә барыуы арҡаһында, йәһүд булараҡ танылған Леви Бернар-Анриға Ливияға инеү тыйыла[7].
2013 йылда Сүриә хөкүмәтенә ҡаршы әүҙем пропаганда алып бара. 2013 йылдың 20 июнендә «Алеппоны ҡотҡарығыҙ!» (франц. Sauvez Alep!) мәҡәләһендә Осрашыуҙа ул Сүриәгә "Бәшәр Асадтың ҡанлы режимы"на ҡаршы һөжүм башларға саҡыра.
2014 йылдың 9 февралендә «Евромайҙан» сәхнәһендә телмәр менән сығыш яһаны, һәм ул «Le Monde» гәзитендә «Мы все — украинцы» тигән мәҡәләлә сағыла.
2014 йылдың 18 февралендә, Киевта көс ҡулланыуға ҡаршы протест йөҙөнән, европа спортсыларын Сочиҙа ҡышҡы олимпия уйындарында ҡатнашмаҫҡа саҡырҙы[8][9].
2015 йылда Леви Украинаны Яңыртыу агентлығын ойоштороусыларҙың береһе булды[10].
2019 йылда Леви либераль ҡиммәттәрҙе яҡлаған һәм милләтселеккә һәм популизмға ҡаршы йүнәлтелгән «Сражайтесь за Европу или враги уничтожат её!» «Европа өсөн көрәшегеҙ йәки дошмандар уны юҡ итер!» тигән асыҡ хаттың инициаторы булып сығыш яһай. Хатҡа Василис Алексакис, Светлана Алексиевич, Давид Гроссман, Марио Варгас Льоса, Эльфрида Елинек, Адам Загаевский, Исмаил Кадаре, Дьёрдь Конрад, Милан Кундера, Антониу Лобу Антунеш, Иэн Макьюэн, Клаудио Магрис, Адам Михник, Герта Мюллер, Сәлмән Рушди, Орхан Памук, Фернандо Саватер, Роберто Савиано, Абдула Сидран, Лейла Слимани, Колм Тойбин, Людмила Улицкая, Агнеш Хеллер, Энн Эпплбаум ҡул ҡуйған[11][12].
2019 йылда «Открытое письмо против политических репрессий в России» («Рәсәйҙә сәйәси репрессияларға ҡаршы асыҡ хат») тигән хатҡа ҡул ҡуйҙы[13].
Le Point журналында Аҙна һайын сыҡҡан колонка алып бара.
Тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Леви әфәнденең «Le Testament de Dieu» йәки «L’Idéologie française» һымаҡ иртә эсселары төрлө яҡлы идеологик өлкәләренән, тарихсы Пьер Видаль-Наке һәм фәйләсуфтар Корнелиус Касториадис, Раймон Арон һәм Жиль Делёз кеүек күренекле интеллектуалдар тарафынан көслө кире ҡағылды. Жиль Делёз Левиҙың CERFI (Centre d'étude de recherche et de formation institutionnelles) төркөмөн расизмда ғәйепләүҙәрен «ерәнгес» тип атаны[14]. В защиту Леви выступил Эммануэль Левинас.
Икенсе шау-шыу француз «фәйләсүфе» Жан-Батист Ботулдың (Jean-Baptiste Botul) хеҙмәттәренән өҙөмтә килтереүенә бәйле[15]. Ботуль яҙмалары ысынында ла киң билдәле мистификация булып тора, ә Ботуль үҙе — француз журналисы һәм фәйләсуфы Фредерик Пажес уйҙырмаһы ғына. Алдауҙың асыҡлығы (Ботуль фәлсәфәһе «ботулизм» тип атала) Левиҙың Ботулде үҙе уҡымауы, шуға күрә үҙенең китабын әҙәбиәт негры хеҙмәттәрен файҙалана алыуы шик тыуҙырған. Яуап биреп, Леви былай тип яҙған: «Был ысынлап та һәр хәлдә лә яҡшы фәйләсуф булып ҡалған „Канар аншене“ журналисының ысынға оҡшаған мистификацияһы ине». Шуға күрә, китаптың рецензияһын төҙөгән тәнҡитселәр кеүек, мин дә тотолдом. Рәнйетмәй әйтерлек берҙән-бер нимә ҡалды — рәссамға дан"[16].
Журналистар Николай Бо һәм Оливье Тоссер үҙҙәренең «Une imposure française» эссеһында, Леви үҙенең Францияның әҙәбиәт даирәләре генә түгел, эшлекле даирәләрендә лә уникаль урынын, ике донъя араһында аралашсы булып китеүе өсөн файҙалана, шул уҡ ваҡытта ризаһыҙлыҡ белдергәндәрҙең ауыҙын ябып, үҙен ыңғай баһалауға өлгәшергә ярҙам итә[17]. Мәҫәлән, Бо һәм Тоссер Францияла баҫылған «Кто убил Дэниела Перла?» («Дэниел Перлды кем үлтергән?») китабындағы күпселек күҙәтеүҙәр эксперттарҙың һәм Перл ғаиләһенең тәүәккәл кире ҡағыуҙарын, шул иҫәптән уның ҡатыны — ул Левиҙы «үҙ эгоһы арҡаһында үҙен юҡҡа сығарған кеше» тип атаған Мариана Перлды — телгә алмаған[18].
Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Монтескье һәм Монтень фәйләсуфтары менән бер рәттән, Виктор Пелевиндың S.N.U.F.F. әҫәрендәге Бернар-Анри Монтень-Монтескье «дискурсмонгер»ҙың прототиптарының береһе булып хеҙмәт итә[19].
Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- франц. Bangla-Desh, Nationalisme dans la révolution, 1973.
- франц. La barbarie à visage humain, 1977.
- франц. Le testament de Dieu, 1978.
- франц. Idéologie française, 1981.
- франц. Le diable en tête, 1984.
- франц. Eloge des intellectuels, 1987.
- франц. Les derniers jours de Charles Baudelaire, 1988.
- франц. Les aventures de la liberté, 1991.
- франц. Le jugement dernier, 1992
- франц. Piero della Francesca, 1992
- франц. Les hommes et les femmes, 1994.
- франц. Bosna!,1994.
- франц. La pureté dangereuse, 1994.
- франц. Le siècle de Sartre, 2000.
- франц. Réflexions sur la Guerre, le Mal et la fin de l’Histoire, 2002.
- франц. Qui a tué Daniel Pearl ?, 2003.
- франц. Récidives, 2004.
- American Vertigo, 2006
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ LIBRIS — 2018.
- ↑ Record #109032239 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Bernard-Henri Levy // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ performing-arts.ch / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Жовер, В. О «тайной истории» принятия Советом Безопасности ООН резолюции № 1973 2013 йылдың 21 август көнөндә архивланған. // Красная звезда. (пер. с фр. яз. из «Le Nouvel Observateur»).
- ↑ Пьер Аски, «Бернар-Анри Леви, Ливия, еврейство и мы», Rue89, Франция, 28.03.2013 . Дата обращения: 14 май 2016. Архивировано 30 май 2016 года. 2016 йылдың 30 май көнөндә архивланған.
- ↑ Suspendre sans délai la participation européenne aux Jeux de Sotchi . Дата обращения: 19 февраль 2014. Архивировано 25 февраль 2014 года.
- ↑ La Règle du Jeu. Бернар-Анри Леви: «Европейцы, немедленно приостановите участие в сочинской Олимпиаде!»
- ↑ Основатель Агентства модернизации Украины рассказал об украинском «плане Маршалла» 2015 йылдың 8 июль көнөндә архивланған..
- ↑ Lévy B.-H., Kundera M., Rushdie S., Jelinek E., Pamuk O. and 25 others. Fight for Europe — or the wreckers will destroy it (ингл.). The Guardian (25 ғинуар 2019). Дата обращения: 9 март 2019. Архивировано 31 март 2019 года.
- ↑ Henley J., Rice-Oxley M. Europe 'coming apart before our eyes', say 30 top intellectuals (ингл.). The Guardian (25 ғинуар 2019). Дата обращения: 9 март 2019. Архивировано 9 март 2019 года.
- ↑ Открытое письмо против политических репрессий в России . Дата обращения: 3 ноябрь 2019. Архивировано 3 ноябрь 2019 года.
- ↑ Gilles Deleuze, A propos des nouveaux philosophes et d’un problème plus général 2019 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған., first published in May 1977
- ↑ Bremner, Charles. BernardHenri Lvy a laughing stock for quoting fictional philosopher, The Times (9 февраль 2010). 26 апрель 2010 тикшерелгән.
- ↑ Carvajal, Doreen. Philosopher Left to Muse on Ridicule Over a Hoax, The New York Times (10 февраль 2010), стр. 4. 9 апрель 2019 тикшерелгән.
- ↑ BHL: les dessous d'un système . L'EXPRESS. Дата обращения: 19 август 2015. Архивировано 4 июнь 2016 года.
- ↑ Lévy, Justine Justine Levy, Daughter of French Public Intellectual BHL, Writes What She Knows: Life . Jewishbusinessnews. Дата обращения: 19 август 2015. Архивировано 31 июль 2015 года.
- ↑ Бобылева А. Л. Манипулятивные технологии масс-медиа как предмет литературной рефлексии в прозе В. Пелевина 2010-х годов 2022 йылдың 26 март көнөндә архивланған. // Изв. Сарат. ун-та Нов. сер. Сер. Филология. Журналистика. 2016. № 4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сайт Бернара-Анри Леви
- Бернар-Анри Леви — герцог Пятой республики
- Тихо! Говорят Глюксман и Бернар Анри-Леви
Башҡа тел бүлегендә тулыраҡ мәҡәлә бар:
Bernard-Henri Lévy
(фр.) |
- 5 ноябрҙә тыуғандар
- 1948 йылда тыуғандар
- Алжирҙа тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса журналистар
- Франция журналистары
- XX быуат журналистары
- XXI быуат журналистары
- Франция нәшриәтселәре
- Луи Пастер лицейын тамамлаусылар
- Бөйөк Людовик лицейын тамамлаусылар
- Сәйәси тикшеренеүҙәр институтын тамамлаусылар
- Страсбург университеты уҡытыусылары
- Францияның XX быуат яҙыусылары
- Францияның XXI быуат яҙыусылары
- Францияның XX быуат журналистары
- Францияның XXI быуат журналистары
- Иерусалимдағы йәһүд университетының почётлы докторҙары
- Францияның кинорежиссёр-документалистары
- Франция кинорежиссёрҙары
- Гринцане Кавур премияһы лауреаттары
- Медичи премияһы лауреаттары
- «Интералье» премияһы лауреаттары
- «Бөгөн» премияһы лауреаттары
- Евромайҙанда ҡатнашыусылар