Ленгородок

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ленгородок
Статусы жилой район
Эсенә инә ҡала Дондағы Ростов
Административ район Тимер юл районы
Элекке статусы слобода
Элекке атамалары 1917 йылға тиклем — Затемерницкое поселение
Почты индексы 344001, 344004, 344101

Ленгородок — Дондағы Ростовтың, Темерник йылғаһының уң яҡ ярында, Баш тимер юл вокзалы менән Олимпиадовка һәм Красный город-сад тарихи райондары араһында урынлашҡан тарихи район.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәр үҫә барыусы ҡала кеүек үк, Ростов тирәләй ҡала ситендәге ауылдар барлыҡҡа килә, XIX быуат уртаһында шуларҙың иң ҙуры Затемерник ауылы була, ул Темерник йылғаһының текә ярында урынлашҡан була, ябай халыҡ телендә — Бессовестная слободка исеме ала. Төҙөлөш оҙаҡ ваҡыт тәртипһеҙ алып барыла, йорттарҙы хужаларҙың һәр ҡайһыһы уба битләүендә үҙе белгәнсә төҙөй. Һыу үткәргес тә, канализация ла булмай.

Хәл 1870-се йылдарҙа, Ростов-Главный станцияһы төҙөлгәс үҙгәрә башлай, әммә бөгөнгө көнгә тиклем кардиналь үҙгәрештәр булмаған. Күп урамдар быуат ярым ваҡыт эсендә үҙҙәренең тышҡы күренешен үҙгәртмәгән. Г. П. Данилевский үҙенең «Беглые в Новороссии» китабында Бессовестная слободка һүрәтләмәһен бирә:

"… бында битләүҙә халыҡ телендә Бессовестная слободка тип аталған ауыл йәйрәп ята. Слободканың өйҙәре, услап алып һибелгән таш өйөмө кеүек, ярға йәбешеп, йылғаға шыуышып төшөп, тау түбәһенә үрмәләп менеп, ҡайҙа етте шунда тәртипһеҙ рәүештә һерәйешеп ултыралар. Был слобода, бында кем килә һәм ҡайҙа нигеҙләнә икәненә иғтибар булмаған саҡта, ҡала янында үҙенән үҙе барлыҡҡа килә. Кешеләр бер ниндәй рөхсәтһеҙ һәм белешмәһеҙ төпләнәләр. "[1]

Лендворец[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Райондың иң иғтибарға лайыҡ төҙөлөшө — Лендворец, әлеге ваҡытта Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайы тип йөрөтөлә[2]. Тәүге проектта бина классик конструктив стилдә төҙөлә, әммә архитектор алмашыныуы, ә унан — һуғыштан һуңғы реставрация бинаның йөҙөн ныҡ үҙгәртә.

Транспорт инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың үҙәге менән трамвай юлы һалынған Депутат күпере, Текучёв урамы башы менән күпер сығыу юлы, һәм Стачка проспекты башы менән Темерник юл үткәргесе бәйләй. Райондың иң мөһим урамдары булып Профсоюз урамы, Ставский Проспекты, Гусев урамы һәм Республика урамы тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беленький, Г. Л. Ростов-на-Дону: город у Тихого Дона : краеведческие очерки. — Рн/Д. : Menada, 2005. — С. 286 — ISBN 5944670053.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]