Ленин һәйкәле (Ялта)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ленин һәйкәле
укр. Пам'ятник Леніну
Административ-территориаль берәмек Ялта[d]
Дәүләт
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза и мәрмәр[d]
Һүрәтләнгән объект Ленин Владимир Ильич
Нигеҙләү датаһы 1954
Архитектура стиле социалистик реализм[d]
Мираҫ статусы Украинаның күсерелмәй торған ҡомартҡыларының дәүләт реестры[d] и Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Ленин һәйкәле (ук. Яті Леніну ятник) — рәсәй революционеры, 1917 йылда Октябрь революцияһын ойошторусы, большевиктар партияһына нигеҙ һалыусы, совет сәйәси эшмәкәре (беренсе Совнарком- РСФСР хөкүмәте рәйесе), СССР-ҙы ойоштороуҙың төп инициаторы, коммунизм идеялары теоретигы, донъя халыҡ-ара коммунистик хәрәкәттәең лидеры Владимир Ульянов (Ленин) һәйкәле. Ялтала шул уҡ исемле урам һәм майҙанда урынлашҡан. Йәштәрҙең йыш осрашыу урыны.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Совет власы килеү менән ҡаланың төп яр буйы урамы Ленин яр буйы урамы тип атала. Уны асфальт менән ҡаплайҙар, декоратив үҫемлектәр, пальмалар ултыртып сығалар. Транспорт өсөн урам ябылғас, ул бульвар булып ҡала. Совет власының егерменсе йылдарында яр буйы урамы скверында Ялтала В.И.Ленинға беренсе булған һәйкәл ҡуйыла. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәйкәлде һүтеп алалар, һәм ул әлегә тиклем табылмай[1].

Ялта һәйкәле донъяла аналогтары араһында иң ҙур һәм ҡиммәтле һәйкәл булып тора. Лениндың бронза статуяһы ҡыҙыл мәрмәрҙән эшләнгән ҙур постаментта тора. Һәйкәл яр буйы урамында Ленин исемендәге майҙан үҙәгендә ҡалҡып тора. Ҡоролманы тантаналы асыу 1954 йылдың ғинуарында була. Һәйкәлдең авторҙары — СССР Дәүләт премияһы лауреаты украин скульпторы П.П. Яцына, архитекторы А. С. Фомин. Был һәйкәл — Ҡырымда милли әһәмиәттәге монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы статусы менән В.И. Ленинға арналған берҙән-бер һәйкәл[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Первый Ялтинский «ЛЕНИН». 2015 йылдың 23 июль көнөндә архивланған.
  2. Фото памятников Ялты.