Лидия Дёмёльки

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
мадьярса  Dömölky Lídia
Файл:Lídia Dömölky, Archbishop's Garden.JPG
Спорт төрө Фехтование
Хәләл ефете Йожеф Шакович[d][1]
Гражданлығы
Һөнәр төрө фехтовальщица, спортивный журналист, писательница
Бейеклеге/буйы 165 сантиметр
Ҡатнашыусы 1968 йылғы йәйге Олимпия уйындары, 1964 йылғы йәйге Олимпия уйындары, 1960 йылғы йәйге Олимпия уйындары и 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындары
Заты ҡатын-ҡыҙ
Ауырлығы 55 килограмм
Рәсем
Тыуған көнө 9 март 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Лидия Шаковичне Дёмёльки (мадьярса  Sákovicsné Dömölky Lídia; 9 март 1936 йыл) — рапирала венгр фехтовальщигы, дүрт тапҡыр донъя чемпионы, 1964 йылда Йәйге Олимпия уйындарында, Венгрия йыйылмаһы составында командалы рапирала чемпион[2][3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лидия Дёмёльки 1936 йылда Будапешт ҡалаһында тыуған. 1955 йылда Римда фехтование буйынса донъя чемпионаты Дёмёльки Венгрияның йыйылма командаһы составында фехтованиела рапирала шәхси һәм команда зачетында еңеү яулай. Был уның халыҡ-ара кимәлдәге шәхси беренселектә берҙән-бер еңеүе булып ҡала. 1959 йылда Венгрия йыйылма командаһы фехтование буйынса донъя чемпионатында ҡабаттан еңеүсе була.

Йәйге олимпия уйындарында 1960 йылда Римда венгр рапирасылар командаһы көмөш миҙал яулай. 1963 йылда Гданьскта фехтование буйынса донъя чемпионатында Лидия Дёмёльки шәхси беренселектә һәм командалы уйында, ватандашы Уйлаки Ильдико-Рейтенан ҡалышып, икенсе урынды биләй. 1964 йылда Токиола Йәйге олимпия уйындарында фехтование буйынса донъя чемпионаты Венгрия йыйылма командаһы команда зачетында еңеү яулай. 1968 йылды Мехикола Йәйге олимпия уйындарында Венгрия йыйылма командаһы икенсе урын яулай. Дёмёльки Венгрияның ете тапҡыр чемпионы була.

Лидия донъя чемпионы фехтовльщик Йожеф Шаковичта кейәүҙә була[2]. Йожеф ике тапҡыр призер булған 1956 йылғы Йәйге олимпия уйындарынан һуң ирле-ҡатынлы АҠШ-ҡа күсеп китә, әммә 1957 йылда улар Венгрияға әйләнеп ҡайта[4][5]. Будапештта йәшәйҙәр. Дёмёльки 2009 йылда тол ҡала[6]

Лидия Шаковичне Дёмёльки тренерлыҡ белеме ала. Ул тренер һәм спорт журналисы булып эшләй, эстетика һәм гимнастика буйнса бер нисә китаптың авторҙашы һәм Венгрия олимпия комитетының ағзаларының береһе була[2][3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://www.si.com/more-sports/2012/06/13/hungary-sb
  2. 2,0 2,1 2,2 Lídia Sákovicsné Dömölky (ингл.). SportsReference.
  3. 3,0 3,1 Keresés eredménye - Dömölky Lídia (Sákovics Józsefné) (венг.). Magyar Olimpiai Bizottság.
  4. Lídia Sákovicsné Dömölky
  5. Keresés eredménye - Dömölky Lídia
  6. Gábor T.Gyógyszer lenne a világnak – Sákovicsné Dömölky Lídia 85 éves(венг.). Nemzeti Sport(2021.03.09).