Лиза Хёрнблад
Гражданлығы | |
---|---|
Һөнәр төрө | горнолыжница |
Ҡатнашыусы | Чемпионат мира по горнолыжному спорту 2017[d], Чемпионат мира по горнолыжному спорту 2019[d] и Горнолыжный спорт на зимних Олимпийских играх 2018[d] |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған көнө | 6 март 1996[1] (28 йәш) |
Спорт төрө | Тау саңғыһы спорты[2] |
Тыуған урыны |
Лиза Хернблад (швед. Lisa Hörnblad; 6 март 1996, Эрншельдсвик, Швеция) — швед тау саңғысыһы, тиҙ йөрөшлө дисциплинала шөғөлләнә. 2018 йылда Ҡышҡы олимпия уйындары ҡатнашыусыһы.
Спорт карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Саңғы спорты буйынса чемпионатта тәүге миҙалын Лиза Хёрнблад Швеция сиктәрендә — «алтын» миҙалды тиҙ йөрөшлө ауышта — ике ынтылыш суммаһы буйынса Хелена Рапапортты уҙып, 2015 йылда яулай[3]. Милли беренселектәрҙә Хёрнбладтың иҫәбендә барлығы 9 еңеү иҫәпләнә, тағы ла ошо ярышта өс тапҡыр призёр була[4].
2016 йылда саңғы спорты буйынса юниорҙарҙың донъя чемпионатында ҡатнаша һәм команда беренселегенең швед дүртлеһе составында көмөш миҙал яулай.
Хёрнблад 2017 һәм 2019 йылғы донъя чемпионаты ҡатнашыусыһы, шулай уҡ 2018 йылда олимпиадала ҡатнаша. Был турнирҙарҙа иң яҡшы күрһәткесе булып Оре ҡалаһындағы тау саңғыһы комбинацияһында 9-сы урыны тора[5].
2019 йылдың авгусында күнекмәләр ваҡытында швед ҡыҙы уң тубығын йәрәхәтләй; артабан тикшереү барышында тарамыштарының йәрәхәтләнеүе асыҡлана[6]. Шуға күрә Донъя кубогына 2019/2020 ярыш миҙгелендә Хёрнблад сығыш яһай алмай һәм «SVT» телеканалында тау саңғыһы спорты буйынса Донъя кубогы старттарының комментаторы-эксперты булып сығыш яһай.
Һөҙөмтәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Олимпия уйындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл | Йәше | Слалом | Гигант слалом | Супергигант | Тиҙ йөрөшлө ауышлыҡ | Комбинация | Команда |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Ҡалып:Флагификация/KOR 2018 Пхенчхан | 22 | — | — | 24 | 17 | — | — |
Донъя чемпионаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл | Йәше | Слалом | Гигант слалом | Супергигант | Тиҙ йөрөшлө ауышлыҡ | Комбинация | Команда |
---|---|---|---|---|---|---|---|
2017 Санкт-Мориц | 21 | — | — | 33 | 19 | — | |
2019 Оре | 23 | — | — | 20 | 25 | 9 | — |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Lisa Hörnblad // http://sok.se/idrottare/idrottare/l/lisa--hornblad.html
- ↑ Ski-DB.com (ингл.)
- ↑ Sören Häggkvist. "Min största dag i karriären" (швед.). Allehanda (25 марта 2015). Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ Lisa Hoernblad — Results (англ.). FIS. Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ Nicolinn Törnmalm. Svenska kritiken ”Det missgynnar fartåkare” (швед.) (8 февраль 2019). Дата обращения: 17 март 2021.
- ↑ Lisa Hörnblad korsbandsopererad (швед.). Svenska Skidförbundet(30 августа 2019).Дата обращения: 17 марта 2021.