Денис Юрьевич Логунов 1978 йылдың 13 октябрендә Фрунзе (хәҙер Бишкәк, Ҡырғыҙстан) ҡалаһында тыуған. 2000 йылда Курск дәүләт медицина университетының «Биомедицина инженерияһы» кафедраһы биотехнология факультетын тамамлай[1]. 2002 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы биотехнологиялары ғилми-тикшеренеү институтында «Конструирование рекомбинантных аденовирусов птиц CELO для экспрессии генетической информации в организме млекопитающих и птиц» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, биология фәндәре кандидаты булып китә. 2003 йылдан алып Рәсәй Медицина фәндәр Аакадемияһының Д. И. Ивановский исемендәге вирусология ғилми-тикшеренеү институтында (2014 йылда ул Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү институтына ҡушыла) эшләй[2].
2011 йылда Почётлы академик Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәгендә ул «Модуляция активности транскрипционных регуляторов p53 и NF-kB в условиях микоплазменной инфекции как фактор, способствующий трансформации эукариотических клеток и опухолевой прогрессии» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, биология фәндәре докторы булып китә. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2019 йылдың 13 июнендәге 274-се «Рәсәй Федерацияһы дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» Указы менән, һаулыҡ һаҡлауға һәм медицина фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының ФДБУ [[Н. Ф. Гамалея исемендәге Почётлы академик Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәгенең фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Д. Ю. Логунов II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнә[3].