Лыковтар (дәрүиштәр)
Лыковтар | |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Абаканский хребет[d] |
---|---|
Һөнәр төрө | крестьянин |
Лыковтар — 40 йылдан ашыу Көнбайыш Саяндың (Хакасия) Абакан һырты тауҙарында йәшәгән старообрядсылар ғаиләһе.
Ғаилә тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1930-сы йылдарҙа бер нисә ғаилә, шул иҫәптән Лыковтар, Саян тайгаһына китәләр һәм күп йылдар тулы изоляцияла йәшәйҙәр. Улар уртаса старообрядсылар «часовенныйҙар» рәтенә ингән. Яҡынса 2013 йылда Агафья Лыкова Старообрядсылар урыҫ православие сиркәүенә яңынан ҡушыла.
1953 йылда хакас-урыҫ һүҙлегенең географик терминдар исемлегендә «Лыков иб» — Лыков заимкаһы (Таш.) телгә алына[1].Хәҙер был Хакасия ҡурсаулығындағы кластер участкаһы атамаһы.
1978 йылда осраҡлы рәүештә геологтар Лыковтарҙы Оло Абакан йылғаһын тикшергән саҡта табып алалар. Замана цивилизацияһы менән таныш булмаған дәрүиштәр ғаиләһенең тарихы ул ваҡыттағы совет матбуғатында ҙур резонанс ала.
Ғаилә составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дәрүиш тормошо менән йәшәй башлайҙар:
- Карп Осипович, (~1907 — 16 февраль 1988) һәм уның ғаиләһе:
- Акулина Карповна, ҡатыны (1961 йыл 16 февралендә аслыҡтан үлә);
- Савин, улдары (1926 — 20 декабрь 1981);
- Наталия, ҡыҙҙары (1936 — йыл 30 декабрь 1981).
Дәрүишлектә Карп Осиповичтың һәм Акулина Карповнаның тыуған балалары:
- Дмитрий, улдары (1940 — 6 октябрь 1981);
- Агафья, ҡыҙҙары(17 апрель 1944 йыл — хәҙерге ваҡыт).
Дәрүиш көнкүреше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Лыковтар Еринат йылғаһы ҡушылдығының ярында төҙөлгән өйҙә йәшәй.
Һунар (утлы ҡоралдары булмай; һуҡмаҡтарҙа һунар соҡорҙарын ҡаҙалар, итте ҡышҡа әҙерләү өсөн уны нәҙек оҙонса киҫәктәргә бүләләр һәм елдә ҡаҡлайҙар), балыҡсылыҡ (балыҡты сейләй, утта бешереп ашайҙар һәм һаҡлыҡҡа киптерәләр) менән шөғөлләнәләр, бәшмәк, еләк йыялар, кедр сәтләүектәрен әҙерләйҙәр. Баҡсала картуф, шалҡан, һуған, борсаҡ, арыш, тарма үҫтерәләр. Икмәк ни икәнен белмәйҙәр. Дәрүишлек иткән саҡта Лыковтарҙың бер ҡасан да тоҙҙары булмай, үҙҙәре таныуынса, тоҙҙоң булмауы «ысын ғазап» була.
Кейем тегеү өсөн тарма иләйҙәр һәм туҡыусылыҡ менән шөғөлләнәләр. Лыковтар ҡулдан туҡылған кейем кейәләр. Йәйен — ялан аяҡ, ҡышын — туҙҙан эшләнгән аяҡ кейеме кейәләр, һуңынан, тире эшкәртергә өйрәнгәс, уны тиренән тегәләр. Утты табып алыу өсөн кресало һәм саҡматаш ҡулланалар.
Цивилизация менән бәйләнештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғаиләгә билдәлелекте «Комсомольская правда» гәзитенә журналист Василий Песков яҙған мәҡәләләр алып килә, ул 1982 йылдан алып Лыковтарға барып йөрөй. Ошо сәфәрҙәр һөҙөмтәһендә В. Песков күп мәртәбә ҡайтанан баҫтырылған һәм бер нисә сит телендә сыҡҡан «Тайга тупигы» («Таежный тупик») исемле китап яҙа.
Медицина яғынан Лыковтар ғаиләһенә күҙәтеүҙәрҙе табип Игорь Павлович Назаров үткәрә. «Труд» гәзитендәге үҙенең мәҡәләһендә ул Дмитрий, Савин һәм Наталия тышҡы донъя менән бәйләнештәр булмауы арҡаһында иммунитеттың көсһөҙлөгө ҡаҡшауынан килеп киткән кешеләрҙән инфекция йоҡтороп үләләр (пневмония менән ауырыйҙар), тип яҙа. Агафьяның һәм Карптың ҡан анализы вирустарҙың күпселегенә антиматдәләр булмауын күрһәтә. Саян тайгаһына дәрүиштәргә сәйәхәттәре һәм уларҙың һаулығын күҙәтеүҙәре тураһында тәьҫораттарын Иорь Назаров «Тайга дәрүиштәре» китабында бәйән итә (китап «Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Президиумы ҡарары буйынса 2010 йылда баҫтырып сығарыла).
Тыумыштан попһыҙлыҡта торған Агафья 2011 йылда Ырымбур сиркәүе өлкән священнигы Владимир Гошкодерея тарафынан Рәсәй православ старобрядсылар сиркәүенә ҡабул ителә[2]. 2013 йылғы Раштыуа байрамына уға Мәскәү һәм бөтә Русь митрополиты Корнилийҙан бүләктәр менән посылка (китаптар һәм календарь) килә, ә 2014 йылдың апрелендә Агафьяға Митрополит шәхсән үҙе килә[3].
Агафья йәшәгән биләмәгә барып етеүе ауыр булыуына ҡарамаҫтан, уға даими рәүештә ҡурсаулыҡ инспекторҙары һәм геологтар барып торалар[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Агафья Лыкова
- Хакасия ҡурсаулығы
- Антипиндар (дәрүиштәр)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Баскаков Н.А., Инкижекова-Грекул А.И. Хакасско-русский словарь. М.: ГИИНС, 1953. — 487 с.
- ↑ Знаменитая таежная отшельница Агафья Лыкова присоединилась к Русской Православной Старообрядческой Церкви
- ↑ Митрополит Корнилий посетил скит Лыковых
- ↑ Отчёт о посещении заимки Лыковых
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Песков Василий. Таёжный тупик. — Книжная лавка - Терра (ООО), 2007. — ISBN 5-275-01433-3. (альтернативные ссылки: часть 1, часть 2)
- Дулькейт, Тигрий Георгиевич. Лыковы: Документальная повесть. — М.: Пять плюс, 2008. — ISBN 978-5-9900731-6-6.(недоступная ссылка)