Любава

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Любава
пол. Lubawa
ФлагГерб
POL Lubawa flag.svgPOL Lubawa COA.svg
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] и UTC+2:00[d]
Почта индексы 14-260
Административ үҙәге Lubawa Land[d]
Рәсми сайт lubawa.pl
Рәсми атамаһы пол. Lubawa
Халыҡ һаны
Административ-территориаль берәмек Илавский повят[d]
Майҙаны
  • 16,8 км²
Нигеҙләү датаһы 1216
Файл:Mapa Lubawa.png
Сиктәш Любава[d]
Ҡатын-ҡыҙҙар 5447[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 145 ± 1 метр
Рәсем
Дәүләт
Ир-егеттәр 5179[3]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Любава (пол. Lubawa), Лебау (нем. Löbau) — Польша ҡалаһы. Польшаның Варминьско-Мазурский воеводствоһынындағыИлавский повятына инә.Ҡала гминаһы статусына эйә. 16,84 км² майҙанды биләй. Халҡы — 10269 кеше (2018 йыл)[4].

Демография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала халҡы 2017 йылдың 31 декабрендә[4].

Иҫәбе Барыһы Ир-егет Ҡатын-ҡыҙ
Барыһы 10269 5005 5264

Любава ере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Любава — 13 быуатта тәре йөрөтөүселәр тарафынан яуланған Пруссияның тарихи ерҙәренең береһе. Кульмский ере һәм Пруссия ерҙәре менән тарихи тығыҙ бәйләнгән.

Любава Дрвенец йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Көнбайыш сиге Дрвенец буйынса һуҙылып, Брыница тамағынан Гизела тамғына тиклем бара, артабан Гизеланан Зайенчок ҡасабаһына тиклем, унан Омулеға һәм Руменица һәм Румяна күленә тиклем һуҙылған. Артабан сик Вель йылғаһына һәм Зарыбинек, Тарчинский, Гронда күлдәренә тиклем бара. Һуңынан йылға Вкр йылғаһы һәм Зелюня ауылына тиклем бара, артабан Брыницкий күленә һәм Брыницанан Дрвенцыға табан борола.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Замок йәшәүе тураһында 1216 йылдың 18 ғинуарында Любава папаһы Иннокентий III ҡул ҡуйған документта беренсе тапҡыр телгә алына. 1257 йылда Любава Кульма епископтартарының милкенә әйләнә һәм әһәмиәтле биләмәнең административ үҙәге була. Епископтар Любавала күркәм һарай төҙөй — ул 1781 йылға тиклем епископтың резиденцияһы була. 1260 йылда ҡала мөһим ҡала һәм оборона үҙәге була. 1269 йыл Любава судавтар баҫыу ваҡытында емерелә. Ҡала халҡы ҡаланы бик тиҙ тергеҙеү өсөн тырыша. Епископ Герман Кульмский (1303—1311) Любава ҡалаһына устав грамоталары бирә. Был документ беҙҙең заманға тиклем һаҡланмаған. 1326 йылдың 13 апрелендә епископ Отто Любаваға яңыртылған устав грамоталары бүләк итә. Любава ҡалаһы кульмский хоҡуҡлы, урындағы үҙидара советы булған ҡала булып тора. 1440 йылда ҡала Пруссияға ҡушыла һәм Тевтон ордены союзына ҡаршы тора.

1466—1772 йылдарҙа Любава Польша составында була. Был саҡта ҡала сәскә ата. Бигерәк тә сауҙа һәм һөнәрселек үҫешкән була. 1724 йылда янғын ҡаланың күпселек өлөшөн юҡҡа сығара. 50 йыл үткәндән һуң да бында барлығы 624-тән артыҡ ҡына кеше йәшәй һәм 100 йорт емерек хәлдә була.

Любава 1772 йылда Пруссия дәүләтенә күсә. 1774 йылда бында пруссия гарнизоны фатирҙа булған. Любавала Пруссия немец колонизациялау сәйәсәтен үткәрә. Күскенселәр лютерандарҙың дини нигеҙенә тоғро ҡала

Тарихи һәйкәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • XIII быуаттағы боронғо ҡала
  • Изге Анна костелы (1330 йыл— XIX быуат)
  • Изге Барбара костелы, ағас 1673 йыл.
  • XIV, XVII—XVIII быуаттарҙағы бернардинецтарҙың монастырь комплексы, шул иҫәптән Изге иоанн Креститель һәм Изге Михаил костелдары, монастырь
  • XIV быуаттағы епископ Кульмский замогының емереклектәре
  • 1300 йылдан һуң төҙөлгән оборона диуар ҡалдыҡтары, XIV—XVI быуаттар ҙа Поморский, Банк, Стена урамдары буйлап тора.
  • Изге Георгий ҡала дауаханаһы комплексы (XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән).
  • XVIII быуат йорттары — Поморский урамы № 7, 9, 11, 21, 25[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]