Мосолман Яңы йылы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Мосолман Яңы йылы
1431 йылға ҡотлау менән бер нисә телдә плакат
1431 йылға ҡотлау менән бер нисә телдә плакат
Дата 1-й мухаррам[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Мосолман Яңы йылы (ғәр. رأس السنة الهجرية‎) — ислам календары буйынса Яңы йыл Мөхәррәм айының тәүге көнөнән башлана. Уны байрам итеүҙең айырым шарттары, ғөрөф-ғәҙәттәре юҡ.[1] Улай ғына ла түгел, христиан илдәренән айырмалы рәүештә, ислам илдәренең күбеһендә йыл алмашынғанда байрам тип һаналмай. Был көндө мәсеттәрҙә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең 622 йылда Мәккәнән Мәҙинәгә күсеүенә арналған хәҙистәр уҡыла. Мөхәррәм айы — Аллаһ бәхәс, ҡанлы үс алыу, һуғыш һәм шуға оҡшаш ғауға-низағтарҙы айырыуса тыйған дүрт айҙың береһе булып тора.[2] [3]

Йыл иҫәбе йоғонтоһо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мосолман йылы григориан йылынан 11-12 көнгә ҡыҫҡараҡ булғанлыҡтан, ул ҡояш календарына түгел, ә ай календарына нигеҙләнгән. Ғәрәп Көнсығышында, ғәмәлдә, ике календарь йөрөй. Беренсеһе Ҡәмәри тәҡүим, йәғни йыл иҫәбе Ай йөрөшөнә ҡарап төҙөлгән. Ай йылы 354—355 көндән тора, йыл башы Григориан календары системаһында йыл һайын күрһәтелгән ваҡытҡа күсеп, «йөҙөүсе» булып тора. Икенсе календарь — «миляди», «миләди»[4] йыл иҫәбе буйынса, йәғни христиан эраһы — Ғайса пәйғәмбәр тыуған көндән алып барыла торған иҫәп.[2]

Ҡәмәри календарь 230—240 миллион халыҡты үҙ эсенә алған Ғәрәп Көнсығышының фарсы телле Иранда, урду телле Пакистанда,пушту телле һәм дари телле Афғанстанда, ислам дине киң таралған Һиндостанда, Бангладеш, Индонезия, Малайзия, Филиппин, Мозамбик, Нигерия һәм Эфиопия дәүләттәрендә лә йөрөй. Ул йыл һайын үткәрелеүсе ураҙа һәм бөйөк хаж ҡылыу миҙгеле кеүек ислам байрамдары һәм йолаларының тейешле көндәрен билдәләү өсөн файҙаланыла.[2]

Шулай ҙа ҡайһы бер ислам ойошмалары ислам календарын яңы айҙы (тимәк, Яңы йылды) билдәләүҙә өҫтөн күрһә лә, ул календарға буйһонған илдәрҙең күпселеге (йәғни Сәғүд Ғәрәбстаны) даталарҙы билдәләү өсөн астрономик иҫәпләүҙәр ҡуллана.[5]

Дини ҡараш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мосолмандар, шул иҫәптән христиан илдәрендә йәшәүселәр, ҡағиҙә булараҡ, ислам календары буйынса ла, христиандар буйынса ла Яңы йылды билдәләмәй, сөнки мосолман Яңы йылы байрам тип һаналмай, ә христиан календары буйынса Яңы йылды байрам итеү тәүхид (берҙәм дин тотоу) принцибын боҙоу тип һанала.[6][7][8] Яңы йылды христиан календары буйынса байрам итеү «кәңәш ителмәй», йә булмаһа туранан-тура тыйылған мосолман илдәрендә, мәҫәлән, ҡануниәте шәриғәткә нигеҙләнгән Бруней дәүләтендә, бының өсөн штраф йәки биш йылға тиклем төрмәлә ултырыу ҡаралған.[9]. Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер мосолман илдәрендә Христиан Яңы йылын байрам итеүҙе Науруз менән алмаштырыу тенденцияһы күҙәтелә[10][11][12]

Шәриғәттең төп законы (талабы): «Иҫбатланғансы рөхсәт ителә». Йәғни, әгәр Ҡөрьән һәм хәҙистәрҙә ниндәй ҙә булһа күренеште тыйыуға туранан-тура йәки ситләтелгән күрһәтмә булмаһа, ул рөхсәт ителә. Яңы йылды Григориан календары буйынса байрам итеү сағыштырмаса күптән түгел башланды, шуға күрә Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә уның тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел ине. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм һәм имамдар заманында йыл иҫәбе башҡаса булған, шулай ҙа хәҙистәрҙә уҙып барыусы йылдың һуңғы сәғәттәрендә ҡыҫҡа доға уҡыу тәҡдим ителгән. Ләкин тәүге сығанаҡтарҙа календарь үҙгәреүен байрам итеүгә туранан-тура ла, ситләтелеп тә тыйыу булмағанлыҡтан, Яңы йылды байрам итеү, асылда, тыйылмағаны аңлашыла.[13]

2023 йыл 19 июлдән башланған, ислам календары буйынса — Һижрәттең 1445 йылы, ул григориан календары буйынса 2024 йылдың яҡынса 7 июленә тиклем дауам итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Al-Hijra (1 Muharram): New Year's Day (ингл.). BBC. Дата обращения: 27 декабрь 2011. Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 Рауил Үтәбай-Кәрим , 71--72-се б.б.
  3. Мусульманский новый год. Дата обращения: 8 сентябрь 2019. Архивировано 8 май 2021 года.
  4. «миляд» тыуған көн мәғәнәһендә ҡулланыла
  5. Islamic Crescents' Observation Project: Saudi Dating System. Дата обращения: 27 декабрь 2011. Архивировано 30 октябрь 2010 года.
  6. Запретить Новый год? Дата обращения: 22 сентябрь 2019. Архивировано 1 март 2021 года.
  7. Представители различных течений ислама в Дагестане предлагают верующим не отмечать Новый год. Дата обращения: 22 сентябрь 2019. Архивировано 30 декабрь 2020 года.
  8. «Начинать нужно не с запрета праздников, а с призыва к порядочности». Теолог о Новом годе. Дата обращения: 22 сентябрь 2019. Архивировано 22 сентябрь 2019 года.
  9. В каких странах запретили Рождество и Новый год. Дата обращения: 22 сентябрь 2019. Архивировано 22 сентябрь 2019 года.
  10. Новый год или Навруз: почему в Таджикистане Новый год теряет свою магию. Дата обращения: 22 сентябрь 2019. Архивировано 22 сентябрь 2019 года.
  11. Муфтий призвал таджиков не праздновать Новый год. Дата обращения: 22 сентябрь 2019. Архивировано 1 октябрь 2019 года.
  12. Новый год — не только 31 декабря. Дата обращения: 22 сентябрь 2019. Архивировано 26 ноябрь 2020 года.
  13. Ислам не запрещает празднование Нового года. Важное интервью с хаджи Гасанлы (9 ғинуар 2024).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Crump W. D. Encyclopedia of New Year’s Holidays Worldwide. McFarland, 2014. 319 p.
  • Рауил Үтәбай-Кәрим. Ҡөрьән. Сүрәләр, хәҙистәр, йолалар, вәғәздәр. — Өфө: «Ағиҙел» журналы редакцияһы һәм «Ижад» редакция-нәшриәте, 1990. — 71 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]