Полярниктар көнө
Полярниктар көнө | |
---|---|
![]() | |
Төрө | Һөнәри |
Рәсми | дәүләт |
Ҡабул ителгән | 2013 йыл |
Билдәләнә |
![]() |
Дата | 21 май |
Байрам саралары | йыл һайын |
Бәйле | «Северный полюс-1» беренсе дрейфлаусы поляр станция асылыу менән бәйле |
Полярниктар көнө — поляр станциялар хеҙмәткәрҙәренең һәм алыҫ төньяҡ шарттарында эшләүсе белгестәрҙең һөнәри байрамы. 2013 йылдың 21 майындаРәсәй Федерацияһы Президенты указы менән Полярсылар Ассоциацияһы инициативаһы буйынса ойошторола һәм дәүләт байрамдары исемлегенә индерелә[1]. Байрам датаһы 21 май — ял көнө тип иҫәпләнмәй.
Тарихы
Полярниктар көнөн байрам итеү «Северный полюс-1» дрейфлау станцияһы асылыу менән бәйле. 1937 йылдың 21 майында лётчик Михаил Водопьянов Төньяҡ полюсында боҙға АНТ-6 самолеты менән дүрт полярникты һәм ҡорамалдарҙы ҡышлау урынына алып килә. Был Төньяҡ полюста беренсе төшөү була, һәм беренсе тапҡыр төшөү ваҡытында тормоз парашюты ҡулланыла.
Һуңыраҡ боҙға тағы бер нисә самолет төшә; ҡышлаусылар төркөмөн 45 кеше әҙерләй. Ҡышлауҙа 4 кеше ҡала: станция етәксеһе Иван Дмитриевич Папанин, метеоролог һәм геофизик Евгений Константинович Федоров, радист Эрнст Теодорович Кренкель, гидробиолог һәм океанограф Петр Петрович Ширшов. Станцияға нигеҙ һалыу көнө тип 6 июнь һанала, ул саҡта экспедицияның ваҡытлыса ҡатнашыусылары менән бөтә ҡорамалдар йыйыла һәм самолеттар осоп китергә әҙерләнә. Әммә полярниктар көнөн 21 майҙа — Төньяҡ полюсҡа килгән көндә билдәләргә ҡарар итәләр[2].
Байрамды ойоштороу мәсьәләһен Полярсылар Ассоциацияһы президенты Артур Чилингаров тәҡдим итә. Уның тәҡдимен Федерация Советы ағзалары 2012 йылдың декабрендә хуплай, һәм 2013 йылдың апрелендә РФ Президенты менән тура бәйләнеш ваҡытында В. В. Путинға һорау бирәләр. Президент был идеяны хуплай.
|
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указом Президента установлен День полярника . Президент России (21 май 2013). Дата обращения: 14 май 2024.
- ↑ Ирина Карелина. День полярника 2024: история и традиции праздника . Комсомольская правда. Дата обращения: 14 май 2024.
- ↑ Всероссийский праздник День полярника . Ассоциация полярников. Дата обращения: 14 май 2024.