Скоблин Алексей Петрович
Скоблин Алексей Петрович (укр. Олексій Петрович Скоблін; 23 март 1926 йыл — 2003 йыл) — СССР һәм Украинаның медицина ғалимы, хирург, ортопед, травматолог; медицина фәндәре докторы (1961), профессор (1964).
Биографияһы
1926 йылдың 23 мартында Ростов өлкәһенең Новочеркасск районы районыны Хуторок ауылында (хәҙерге Новочеркасск микрорайоны) тыуған.
1948 йылда Харьков медицина институтын (хәҙерге Харьков милли медицина университеты) тамамлай.
1953 йылда «Лечение саназином экспериментального костно-суставного туберкулеза у кроликов» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.[3] 1961 йылда «Характеристика некоторых сторон минерального обмена при костной аутопластике в эксперименте» тигән темаға докторлыҡ диссертациһын яҡлай.[4]
Институтты тамамлағас, 1949 йылдан И. М. Ситенко исемедәге Украин ғилми-тикшеренеү институтының травматология һәм ортопедия бүлегендә ординатор булып эшләй.
1966-1987 йылдарҙа — Ҡырым медицина институтының травматология һәм ортопедия кафедраһы мөдире (1980-1981 йылдарҙа — проректор, 1987-2003 йылдарҙа — кафедра профессоры).[5] Шулай уҡ В.И. Вернадский исемендәге Таврия милли университетында уҡыта.
А. П. Скоблин еткселегендә егерменән артыҡ медицина фәндәре кандидаты ғилми исеменә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана, һәм биш докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.
КПСС ағзаһы. Ҡырым өлкәнең ортопед-травматологтар ғилми йәмғиәтенең рәйесе була.[5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн. В. И. Лениндың 100 йыллығы айҡанлы» миҙалы (1970).
- Украина ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981).
- «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе(1959)
- «Социалистик ярышта еңеүсе» исеме.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Изобретатель СКОБЛИН АЛЕКСЕЙ ПЕТРОВИЧ
- ↑ Патенты автора СКОБЛИН АЛЕКСЕЙ ПЕТРОВИЧ
- ↑ Автореферат диссертации кандидата медицинских наук(недоступная ссылка)
- ↑ Автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора медицинских наук
- ↑ 1 2 Скоблин Алексей Петрович 2021 йылдың 7 май көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Українська радянська енциклопедія : [12-ти. т.] / гол. м. п ре; редкол.: Шул о. к. Антонов ін... — 2-ге төрө. — 10 Томда : Салют — Стоговіз. — К. :- Ая. ре УРА, 1983. — С. 230-231.
Һылтанмалар
- Ҡырым федераль университеты профессоры. В. И. Вернадский 2021 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |