Советский Союз (журнал)

«Советский Союз»СССР-ҙың ижтимағи-сәйәси иллюстрациялы ай һайын сыҡҡан журналы, 19301991 йылдарҙа Мәскәүҙә нәшер ителә.

Рус, инглиз[1], немец, француз, испан, ҡытай, корея, япон, ғәрәп, серб-хорват, урду, һинд, фин, румын, венгр, монгол, бенгал, вьетнам, итальян телдәрендә баҫыла. Советтар Союзында һәм сит илдәрҙә таратыла. Сит телдәргә тәржемә Мәскәүҙең Зубов бульварындағы 17-се йортта урынлашҡан «Прогресс» нәшриәтендә башҡарыла.

Журналға ҡушымта итеп «Спорт в СССР» һәм «Миша» журналдары сыға. М. Горький нигеҙ һалған журнал 1950 йылға тиклем «СССР на стройке» тип атала.

Эшмәкәрлеге

«Советский Союз» журналы СССР-ҙың эске тормошоноң ваҡиғалары һәм уның тышҡы сәйәсәте тураһында мәҡәләләр баҫтыра, улар сағыу пропаганда характерында була, Советтар Союзында йәшәүҙең өҫтөнлөктәрен күрһәтә. Журналдың рубрикалары:
• «Почта. Хаттар, фотографиялар, һүрәттәр» — уҡыусыларҙың хаттары һәм уларға редакцияның яуаптары
«Бөтәһе тураһында» — СССР-ҙағы иғтибарға лайыҡ ваҡиғалар тураһында ҡыҫҡаса яҙмалар
«Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға» — балалар өсөн материалдар
• «Спорт» — совет спорты һәм спортсылары хаҡында мәҡәләләр
Тарих биттәре — Советтар Союзы һәм Рәсәй тарихы тураһында мәҡәләләр
«Берлектәге төҙөлөштәрҙән — берлектәге предприятиеларға» — СССР-ҙың башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлеген яҡтыртҡан мәҡәләләр

«Совет йәшәү рәүешен, КПСС һәм Совет дәүләтенең эске һәм халыҡ-ара сәйәсәтен яҡтыртыу, халыҡтар араһында тыныслыҡ, социаль ғәҙеллек, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек идеяларын пропагандалау буйынса ҙур эше өсөн» 1980 йылдың 7 ғинуарында журнал Ленин ордены менән бүләкләнә[2].

1992 йылда баҫма сығыуҙан туҡтай.

20002010 йылдарҙа Рәсәй коммунистик эшселәр партияһы шул уҡ «Советский Союз» исеме менән периодик булмаған партия журналын сығара, ул йылына бер тапҡыр донъя күрә.

Иҫкәрмәләр

  1. ISSN: 0584-5688
  2. Ведомости Верховного Совета СССР, 1981

Әҙәбиәт

Һылтанмалар