Советский патриот (гәзит)
Сове́тский патрио́т — Советтар Союзында рус телендә сыҡҡан гәзит. СССР-ҙың Армияға, авиацияға һәм флотҡа булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте — ДОСААФ Үҙәк Комитетының баҫма органы[1][2][3].
Тарихы
1927 йылда Мәскәүҙә баҫыла башлай[2][3]. 1927 йылдың 10 майында гәзиттең «На страже» исемле беренсе һаны сыға[1]
Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1941 йылдың октябренән 1942 йылдың 20 февраленә тиклем сығарылмай. 1942 йылдың 21 февраленән «Военное обучение» исеме аҫтында сыға, 1942 йылдың июненән — «Патриот Родины», 1953 йылдың апреленән 1956 йылдың мартына тиклем нәшер ителмәй, 1956 йылдың 1 апреленән «Советский патриот» исеме аҫтында сыға[1].
1975 йылда гәзиттең тиражы 500 мең дана була[1].
1977 йылдың 3 майында[4] гәзит Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2][3].
1984 йылда гәзиттең тиражы 334 мең дана тәшкил итә[2].
1991 йылдың 25 сентябрендә РСФСР-ҙың ДОСААФ ойошмалары конференцияһында Рәсәй оборона спорт-техник ойошмаһы (РОСТО) ойошторола, исеме үҙгәртелгән «Патриот» гәзите — уның баҫма органы.
Дөйөм мәғлүмәттәр
Гәзиттең тематикаһы тулыһынса социаль йүнәлешле була, ул даими һәм маҡсатлы рәүештә совет дәүләт патриотизмын пропагандалай, тарихҡа, мәҙәниәткә, героик традицияларға, Ватандың ҡаҙаныштарына хөрмәт һәм һөйөү тәрәбиәләй, уның яҡты киләсәгенә ышаныс уята, бер үк ваҡытта дошмандарға ҡарата нәфрәт тоҡандыра[1][5].
ДОСААФ-тың тәүге ойошмалары һәм комитеттарының эш практикаһын, йәштәрҙең башланғыс хәрби әҙерлек мәсьәләләрен, хәрби-техник спорт төрҙәрен һәм башҡаларҙы яҡтырта. Гәзит хәрби-ҡулланма һәм техник спорт төрҙәре проблемалары һәм ҡаҙаныштары тураһында даими яҙа. Баҫма Совет Ҡораллы Көстәренең хәрби традицияларын пропагандалай, киң ҡатлам уҡыусыларҙы армия һәм флот тормошо менән таныштыра, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһындағы материалдарға күп урын бирә, билдәһеҙ ҡаһармандарҙы эҙләүҙе алып бара. Гәзит биттәрендә хәрби-патриотик темаларға нәфис әҫәрҙәр баҫыла[1][5].
Баҫма илдең патриотик ҡарашлы йәштәренә, ҡораллы көстәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә, уларҙың, шулай уҡ һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына йүнәлеш менән нәшер ителә[1][5].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Советский патриот // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 24. кн.I. М., «Советская энциклопедия», 1976.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 «Советский патриот» // Советский энциклопедический словарь. редколл., гл. ред. А. М. Прохоров. 4-е изд. М., «Советская энциклопедия», 1986. стр.1233
- ↑ 1 2 3 «Советский патриот» // Большой энциклопедический словарь (в 2-х тт.). / редколл., гл. ред. А. М. Прохоров. том 2. М., "Советская энциклопедия", 1991. стр.374
- ↑ Ежегодник Большой Советской Энциклопедии, 1978 (вып. 22). М., «Советская энциклопедия», 1978. стр.31
- ↑ 1 2 3 Сайт «Лаборатория Фантастики». Издательство «Газета "Советский патриот"» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2025)
Һылтанмалар
- Государственное бюджетное учреждение культуры города Москвы «Центральная универсальная научная библиотека имени Н.А. Некрасова». Газета «Советский патриот», номера за 1959 год (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2025)
- Сайт «Лаборатория Фантастики». Издательство «Газета "Советский патриот"» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2025)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |