Соковиков йорто
Соковиков йорто — Вологда өлкәһенең Вологда ҡалаһында 1830 йылда төҙөлгән торлаҡ йорт. Ағас архитектура стилендә төҙөлгән. Федераль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Әлеге ваҡытта йортта өлкә балалар китапханаһы залдары урынлашҡан.
Тарихы
Соковиков йорто федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты һәм ағас архитектураһы ҡомартҡыһы булып тора. 1830 йылда протоиерей Пётр Васильевский торлаҡ йорт төҙөй башлай, ул Иоанн Предтеча сиркәүе ҡаршыһында урынлаша. Тап ошо йортта Григорий Гревенс, Константин Батюшковтың ир туғаны һәм бағыусыһы үҙенең инде ауырыу шағир ағаһынан фатир ала. 1833 йылда Константин Батюшков Вологдаға күсеп килә һәм был айырым йорттоң икенсе ҡатында урынлаша. 1835 йылда бүлмәләрҙең береһендә шағирҙың компаньоны – штаб-ротмистр Львов йәшәй[1].
XIX быуаттың икенсе яртыһында йорт һатыу-алыу саралары буйынса икенсе гильдия сауҙагәре Иван Соковиковҡа күсә. Артабан нәҡ уның исеме менән был йорттоң исеме бәйле була. Уның вафатынан һуң йорт ҡулдан ҡулға күсә.
1918 йылда айырым йортта Австрия илселеге урынлаша, ә 1919 йылдан торлаҡ йорт булып китә. Һуңғараҡ унда китап магазины ла, балалар баҡсаһы ла һәм драма студияһы ла урынлаша. 1940 йылдарҙа бында теген һәм аяҡ кейеме оҫтаханалары үгҙ эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра, 1948 йылда өлкә туберкулез диспансеры урынлаша. 1980 йылдан 1983 йылға тиклем ҡомартҡыны реставрациялау эштәре үткәрелә. Күптән түгел йортта «Содружество» йәштәр үҙәге урынлашҡан була[2].
Архитектураһы
Йорт антресолдәр менән ике ҡатлы ағас айырым йорттан ғибәрәт. Йорт үҙе тура мөйөшлө формала, кәрнизе ныҡ сығып тора, ҡыйығы тимер менән ҡапланған. Фасады йоҡа таҡта менән көпләнгән. Төп инеү урыны ихата яғынан. Бинаның төп фасадында ризалитты күрергә мөмкин, ул икенсе ҡатта дүрт колонналы портик менән һәм тәҙрәһе бормалы-һырмалы семәрле орнамент менән биҙәлгән. Йорттоң периметры буйлап бөтә кәрниз сығынты- дентикулдар менән биҙәлгән.[3].
Хәҙерге торошо
2013 йылда бинаға ремонт эштәре үткәрелә – проводка һәм йылылыҡ узелдары алмаштырыла, йылытыу радиаторҙары ҡуйыла, биналарҙа биҙәү эштәре башҡарылға, ҡыйыҡ ремонтлана, тәҙрә уйымдарының ревтаврацияһы башҡарыла. Бина фасадының буяуҙары яңыртыла, күтәрмәләренең реставрацияһы үткәрелә[4]. 2013 йылдың декабрендә бында Вологда өлкә балалар китапханаһы күсә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Дом Соковикова | Добро пожаловать в Вологодскую область. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2020.
- ↑ Вологодская областная детская библиотека | История зданий библиотеки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2020. 2020 йылдың 16 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Дом Соковикова — История Вологды. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2020.
- ↑ Дом Соковикова. Описание места (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2020.
Һылтанмалар
- Соковиков Йорт. Өлкә китапхана балалар 2020 йылдың 16 ноябрь көнөндә архивланған.
- Йорт Соковиков
- Мираҫ. Йорт Соковиков
- Путеводитель. Йорт Соковиков
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |