Солтан Ғариф Ниғмәтулла улы
Солтан Ғариф Ниғмәтулла улы (рус. Султан Гариф Нигматуллиевич; 23 сентябрь 1923 йыл — 14 ноябрь 2011 йыл) — татар колаборационисы, 1976 — 1989 йылдарҙа «Азатлыҡ» радиоһының татар-башҡорт редакцияһы етәксеһе.
Биографияһы
Ғариф Ниғмәтулла улы Солтан 1923 йылдың 23 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Ергән ауылында татар ғаиләһендә тыуған[1]. Атаһы Ниғмәтулла — хәлле крәҫтиән була, әсәһе Зәйнәп — сығышы менән Бәләбәйҙең Шаһингәрәевтар нәҫеленән, хужабикә. Ниғмәтуллаға кулак мөһире тағылғас, ғаилә коллективлаштырыуҙан һуң ауылдан китә[1] һәм Ишембайҙа төпләнә. Унда Ғариф Солтан 3-сө татар-башҡорт урта мәктәбен тамамлай һәм Өфө педагогия институтының немец бүлегенә уҡырға инә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 ГЛАС СВОБОДЫ — ГАРИФ СУЛТАН Архивная копия от 3 апрель 2016 на Wayback Machine (рус.)
Һылтанмалар
- Гариф Солтан вафат булды (тат.)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |