Споттисвуд Уильям

Уильям Споттисвуд (ингл. William H. Spottiswoode, 11 ғинуар 1825 йыл27 июнь 1883 йыл) — Англия математигы һәм физигы.

Биографияһы

1878 йылдан 1883 йылға тиклем Лондон Король йәмғиәте Президенты.

18701872 йылдарҙа Лондон математика йәмғиәте Президенты.

1856 йылда Көньяҡ Урал төбәгенең Екатеринбург төбәгендә, атап әйткәндә, хәҙерге Златоуст урынлашҡан төбәктә лә булған. Был сәйәхәте тураһында ул "1856 йылдың көҙөндә Рәсәйҙең көнсығышында тарантаста сәйәхәт " тигән китап яҙған [6]

Уның был сәйәхәте Мәскәү - Владимир - Ҡазан - Пермь - Екатеринбург - Златоуст - Һатҡы - Өфө - Ырымбур - Әстерхан ҡалалары аша үтә. Был китабында сәйәхәтсе бер нисә һөйләм менән генә Златоуст тирәһендә алтын сығарылыуы, алтындың йылға тамағында йыуҙырылыуы һәм был урындарҙың Алтынтамаҡ (золотое устье) тип аталыуын яҙған [7]

Әҫәрҙәре

  • «Meditationes analyticae» 1847 г.
  • «Tarantasse journey in Eastern Russia» (1857)
  • «Relations of mathematics to other sciences» (1878) (в русском переводе Н.А. Конопацкого - "О связи математики с другими науками")
  • «Polarisation of light» (1879).
  • «A Tarantasse Journey through Eastern Russia in the autumn of 1856. By William Spottiswoode», M.A., F.R.S. London Longman, Brown, Green, Longmans, & Roberts. (1857)

Видео

  • Башкирское происхождение названия города Златоуст( Алтын Тамак)[2]

Иҫкәрмәләр

  1. Record #13090059 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
  2. 1 2 Oxford Dictionary of National Biography (ингл.) / C. Matthew — Oxford: OUP, 2004.
  3. 1 2 Архив истории математики Мактьютор
  4. William Spottiswoode // GeneaStar
  5. Lundy D. R. William H. Spottiswoode // The Peerage (ингл.)
  6. Путешествие на тарантасе по восточной России осенью 1856 года. Вильям Споттисвуд. М.А., Ф.Р.С. Лондон. Лонгман, Браун, Грин, Лонгманс и Робертс. 1857 г. [A Tarantasse Journey through Eastern Russia in the autumn of 1856. By William Spottiswoode, M.A., F.R.S. London Longman, Brown, Green, Longmans, & Roberts. 1857]. X, [2], 256 стр. 14 цветных литографий видов России, большая раскладная карта.
  7. Башкирское происхождение названия города Златоуст( Алтын Тамак)[1].

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә