Спрогис Артур Карлович
Артур Карлович Спрогис (латыш. Arturs Sproģis, 6 март 1904 йыл, Рига, Рәсәй империяһы — 2 октябрь 1980 йыл, Мәскәү) — совет хәрби эшмәкәре, Мәскәү өлкәһендә, Латвия һәм Белоруссия ССР-ында Бөйөк Ватан һуғышы осоронда партизандар хәрәкәте етәкселәренең береһе, полковник (1943 йыл).
Тарихы
Килеп сығышы буйынса — эшсе ғаиләһенән, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хәрби хеҙмәттә, 15 йәштән (1919 йылдан алып) «Дикли» партизандар отряды разведчигы, артабан — Граждандар һуғышында халыҡ власы өсөн хәрби хәрәкәттәрҙә 7-се латыш полкының разведчик-ҡыҙылармеецы, һуңынан — Мәскәү ғәҙәттән тыш комиссияһының оператив бүлеге хеҙмәткәре. Ҡыҫҡа ваҡыт арауығында Ленинды һаҡлауҙа хеҙмәт иткән[1]. 1919 йылдан (1920) — РККА-ның командирҙар составын әҙерләү, Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе Ф. Э. Дзержинскийҙың шәхси тәҡдиме буйынса 1-се Мәскәү пулемёт курстары курсанты.
1920 йылда РКП(б) сафына ҡабул ителә. Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты (ВЦИК) исемендәге мәктәпте тамамлаған, 1922 йылдың октябрендә ҡыҙыл командир Спрогис дәүләт сигендә сик дивизияһының взвод командиры вазифаһында хеҙмәт итә (штаб-фатиры — Полоцк). Тышҡы разведкала Зоргеның элемтәсеһе булып эшләй.[1] Үҙе лә «аңғармайса» «Синдикат-2» операцияһында ҡатнаша, совет-поляк сигендәге «тәҙрә» аша төркөм менән террорсы Борис Савинковты сығара һәм, БССР территорияһында Совет власының яуыз дошманы именлеген тәьмин итеп, уларҙы Минскиға тиклем оҙатып бара.
1928 йылдан Юғары сик буйы мәктәбендә уҡый[2]. 1930 йылда Юғары партия мәктәбен тамамлағандан һуң, Белоруссия Баш сәйәәси идаралығының айырым (особый) бүлегенә тәғәйенләнә, унда Белоруссия сик буйы округының махсус мәктәбен етәкләй.
Граждандар һуғышы ваҡытында Испанияла, Гвадалахар фронтында Республика армияһы 11-се интернациональ бригадаһының разведка бүлеге начальнигы исеме аҫтында 14-се армия корпусының хәрби советнигы (интернациональ бригадаларҙың махсус төркөмдәрен код менән билдәләү) майор Артуро исеме аҫтында[3] Толедола франкистарҙың дары заводын шартлата һәм француздарға, уларҙың союздаштарына (итальяндарға) ҡаршы башҡа махсус саралар ойоштора.[1] «По ком звонит колокол» романы авторы Эрнест Хемингуэй Спрогис менән берлектәге рейд тураһында яҙған[4].
Шулай ҙа, Спрогис үҙе мине өйрәткән бөтә нәмәне — Ян Карлович Берзиндан алғандыр. Күбебеҙ, үҙҙәренең Разведчик кодексы, оҫталыҡтары менән кемгә бурыслы икәнлектәрен белмәйенсә, һәләк булды — Овидий Горчаков (Ольбик Александр Степанович, «Кто вы, Спартак?» мәҡәләһе)
1940 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияға разведка факультетына инә, ә 1941 йылда уны тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Көнбайыш фронт штабы разведка бүлегенең 9903-сө ғәскәри часы штабы (диверсион бүлексәһе) начальнигы була, уҡыусылары араһында Зоя Космодемьянская ла була[5]), һуңыраҡ — 1943 йылдың 15 ғинуарынан Латвия партияһының Үҙәк комитеты Бюроһының «Латвия штабын ойоштороу тураһында» ҡарары менән булдырылған диверсион-разведка мәктәбе начальнигы һәм Латвия партизандар хәрәкәте етәксеһе. Латвия партизан отрядтары башлыса Латвия ССР-ының көнсығышында (Латгалия) ойошторола. 1943 йылдың октябрендә ауыр яраланған.
Латвия ССР-ы тулыһынса нацистар һәм уларҙың союздаштарынан азат ителгәс, 1944 йылда Спрогис Латвия Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының хәрби бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.
Ғүмеренең һуңғы йылдары Мәскәүҙә, Нирнзее йортонда йәшәй. 1-се Мәскәү дәүләт педагогия сит телдәр институты ҡарамағындағы хәрби кафедра начальнигы[6], 1965 йылдан алып ғилми исеме — профессор. Йәмәғәт эшен алып бара, 9903-сө ғәскәри частың Ветерандар советы рәйесе. Октябрҙең 50 йыллығы паркында Мәскәү өлкәһенең Партизандар аллеяһын булдырыусыларҙың береһе.
Артур Спрогис 1980 йылдың 2 октябрендә вафат була. 1980 йылдың 21 ноябрендә Латвия ССР-ында Райнис зыяратында хәрби хөрмәт менән ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Ике Ленин ордены
- дүрт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (шул иҫәптән 07.11.1942[7])
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
- һәм башҡа миҙалдар — бапрлығы егерме биш дәүләт наградаһы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Волошина Вера Даниловна
- Горчаков Овидий Александрович
- Центральный штаб партизанского движения
- Колесова Елена Федоровна
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Лысенко А. Г. Артур Спрогис // ТВ живьём и в записи. — М.: ПРОЗАиК, 2011. — С. 48—57. — ISBN 978-5-91631-126-6.
- ↑ В. А. Ярхо, Боец школы Спрогиса (для цикла «Парни из нашего города»).
- ↑ Ольбик Александр Степанович. Кто Вы, Спартак?
- ↑ Легенды спецназа: Команданте Артуро
- ↑ Легенды Великой Отечественной. Зоя Космодемьянская (продолжение) (недоступная ссылка с 25-05-2013 (4792 дней) — история, копия)
- ↑ Бессмертный полк Москва, Спрогис Артур Карлович.
- ↑ Память народа
Әҙәбиәт
- Ликас А. Л. Братья сражаются вместе / Лит. запись В. Д. Успенского. — М.: Воениздат, 1973. — 168, [16] с. — (Военные мемуары).
- Великая Отечественная война 1941—1945: Энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. М. М. Козлов. Редколлегия: Ю. Я. Барабаш, П. А. Жилин (зам. гл. ред.), В. И. Канатов (отв. секретарь) и др.. 1985.
- Ваупшасов С. А. На тревожных перекрёстках: Записки чекиста. — 3-е изд. — М.: Политиздат, 1988. — 508, [18] с. — (Воспоминания). — ISBN 5-250-00404-0.
- Боярский В. И. Диверсанты Западного фронта: Артур Спрогис и другие. Страницы Памяти. — М.: ИД «Красная звезда», 2007. — 368, [16] с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88727-035-7.
- Дмитриев Д. М. Военные партизаны : летопись партизанских действий части особого назначения 9903. — М.: Патриот, 2006. — 477 с. — ISBN 5-7030-0953-7.
- Осипов Г.О. Товарищ Артур, кто Вы?. — М.: Политиздат, 1989. — 192 с. — ISBN 5-250-00392-3.
- Strods, Heinrihs (ed.), PSRS kaujinieki Latvijā, 2 vols (Rīga, 2006-7); ISBN 9984643786 (v. 1), ISBN 9984643808 (v. 2)
Һылтанмалар
- А. А. Ульянов Спрогис 30 Мая 2007
- [1]
- [2]
- Журнал «Братишка», Легенды спецназа: Команданте Артуро.
- Бессмертный полк Москва, Спрогис Артур Карлович.
- Не придуманные рассказы о войне, Ульянов Александр Александрович, Спрогис.
- В. А. Ярхо, Боец школы Спрогиса (для цикла «Парни из нашего города»).
- Легенды спецназа: Команданте Артуро
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |