Старченко Валентина Михайловна


Старченко Валентина Михайловна (28 декабрь 1950 йыл4 октябрь 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй ботанигы, биология фәндәре докторы, ҡан тамырҙары үҫемлектәре систематикаһы өлкәһе белгесе, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш флораһын тикшереүсе.

Биография

1973 йылда Благовещен дәүләт педагогия институтын тамамлай.

1975 йылда СССР ФА ДВНЦ-та Тымыҡ океан биоорганик химия институтына (ТИБОХА) «Хемотаксономия һәм ботаника» һөнәре буйынса аспирантураға уҡырға инә. 1979 йылдан алып хемотаксономия лабораторияһында кесе ғилми хеҙмәткәр.

1981 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].

1987 йылдарҙа экология һәм тәбиғи процестарҙың динамикаһы Амур комплекслы лабораторияһында ғилми хеҙмәткәр.

2003 йылдан алып АмурНЦ ДВО РФА-НЫҢ Ботаника баҡсаһының ботаника лабораторияһы мөдире (шул уҡ йылдан — РФА ДВО Ботаника баҡса-институтының Амур филиалы ).

2003 йылда "Ботаника" һөнәре буйынса доцент дәрәжәһе бирелә.

Валентина Михайловна күп йылдар ҡаланың һәм өлкәнең мәғариф учреждениелары: мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары, Амур мәғарифты үҙтереү учреждениеһы менән хеҙмәттәшлек итә. Әүҙем рәүештә экологик-ағартыу эшен алып бара. Үҫемлектәр донъяһының күп төрлөлөгөн һаҡлау һәм ғилми белемде үҫтереү эштәре буйынса эштәр алып бара.

2008 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай<[2].

Һайланма хеҙмәттәре

166 эштәр авторы һәм авторҙашы, шул иҫәптән 9 монография һәм 2 авторҙаш.

  • Старченко В. М. Бурачниковые (Boraginaceae G.Don) советского Дальнего Востока. — Владивосток : ДВНЦ АН СССР, 1985. — 108 с.
  • Старченко В. М. Флора Амурской области и вопросы ее охраны : Дальний Восток России. — М. : Наука, 2008. — 228 с.

Йәһүд автономия өлкәһенең Ҡыҙыл китабын (2006) һәм Амур өлкәһенең Ҡыҙыл китабын (2009) төҙөүҙә ҡатнаша.

Иҫкәрмә

  1. Старченко В. М. Систематика и хемотаксономия дальневосточных бурачниковых (Boraginaceae G.Don) : диссертация ... кандидата биологических наук. — Владивосток, 1980. — 198 с.
  2. Старченко В. М. Флора Амурской области : состав, анализ, вопросы охраны : диссертация … доктора биологических наук. — Благовещенск, 2008. — 247 с.

Әҙәбиәт

  • Борисова И. Г., Дарман Г. Ф. Памяти Валентины Михайловны Старченко (28.12.1950—04.10.2017) // Ботанический журнал. — 2018. — Т. 103, № 4. — С. 541—547. — ISSN 0006-8136.
  • Дарман Г. Ф., Котельникова И. М., Полякова Т. А. Наука как судьба доктора биологических наук, профессора Валентины Михайловны Старченко // Ученые записки Забайкальского государственного университета. Серия: Биологические науки. — 2018. — Т. 13, № 1. — С. 93—96. — ISSN 2500-1701.