Степан Шаумян һәйкәле (Ереван)

Степан Шаумян һәйкәле 1931 йылда Ереванда Шаумян майҙанында ҡуйылған. Монументтың авторы — скульптор С.Д. Меркуров һәм архитектор И.В. Жолтовский. Һәйкәл революционер һәм сәйәси эшмәкәр Степан Шаумянға (1878—1918) арналған. Был Ереванда ҡуйылған беренсе рәсми һәйкәл[2]. Ул Кентрон административ округының тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән

Һәйкәл Шаумян майҙаны композицияһында мөһим роль уйнай. Ул уның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, бульвар фонында урынлашҡан[3]. Элек был урында 1920 йылдарҙа һүтеп алынған Рус православие сиркәүенең Никольский соборы торған[4].

Һикәлтәле постаментта торған Шаумян фигураһы алһыу гранитта баҫып тора[5]. Степан Шаумян уны атыу мәлендә һүрәтләнгән[3]. Скульптура революционер образын яҡшы асып бирә, ул хәрәкәт менән һуғарылған һымаҡ[6].

Скульптураның арт яғында ете тура мөйөшлө базальт пилон урынлашҡан[5]. Скульптура һәм пилон һикәлтәле дөйөм стилобатта тора[7]. Улар бер-береһенә тәбиғи өҫтәмә булып тора[3]. Они являются органичными дополнениями друг друга[5].

Галерея

Һылтанмалар