Страхов Иван Владимирович
Биографияһы
Иван Владимирович Страхов 1905 йылдың 6 (19) сентябрендә Ярославль губернаһының Ильинское ауылында тыуған.
1927 йылда Ярославль педагогия институтының филология факультетын тамамлай. 1927 йылда Мәскәү эксперименталь психология институтының аспирантураһына уҡырға инә, унда уның ғилми етәксеһе профессор Н.К. Корнилов була. Аспирантураны тамамлағандан һуң, 1930 йылда Иркутск педагогия институтының психология кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә.
1934 йылда Белоруссияға күсенә, унда Гомель педагогия институтының психология кафедраһы мөдире булып эшләй. 1935 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә.
1937 йылда К. А. Федин исемендәге Һарытау педагогия институтының психология кафедраһын ойоштора һәм уның мөдире була, ҡырҡ йылдан ашыу ошо вазифала хеҙмәт итә.
1941 йылдың апрелендә Мәскәү дәүләт педагогия институтында «Эмоциональные компоненты характера школьников в связи с общей характерологией» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
Һуғыш йылдарында Һарытауҙың төрлө юғары уҡыу йорттарында һәм ошо ҡалаға эвакуацияланған Ленинград университетында ла уҡыта[2].
1958 йылдан 1975 йылға тиклем СССР психологтары йәмғиәтенең Һарытау бүлексәһен етәкләй.
1985 йылдың 20 ноябрендә Һарытауҙа вафат була.
Фәнгә индергән өлөшө
Ижад психологияһы проблемаларын, характер һәм иғтибар психологияһын, мәктәп дәресе психологияһын, юғары мәктәп психологияһын тикшерә. 250 яҡын ғилми хеҙмәт яҙған, шул иҫәптән 53 айырым баҫма авторы.
Наградалары
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
- «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Библиография
- О дружбе школьников (1946)
- Психология литературного творчества (Л.Н. Толстой как психолог) (1947)
- Воспитание внимания школьников (1958)
- Психология педагогического такта (1966)
- Психология внимания (1968)
- Психология творчества (1968)
- Психология характера (1970)
- Психологические основы педагогического такта (1972)
- Психологический анализ в литературном творчестве (1973 – 1976, в 5 частях)
- Психология педагогического общения (1980)
Әҙәбиәт
- История психологии в лицах. Персоналии / Под ред. Л. А. Карпенко // Психологический лексикон. Энциклопедический словарь в шести томах / Ред.-сост. Л. А. Карпенко. Под общ. ред. А. В. Петровского. – М.: ПЕР СЭ, 2005. – С. 451-452.
Иҫкәрмәләр
- ↑ И.В. СТРАХОВА(недоступная ссылка)
- ↑ СТРАХОВ Иван Владимирович 2020 йылдың 27 ғинуар көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Иван Владимирович Страхов 2020 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
- СТРАХОВ ИВАН ВЛАДИМИРОВИЧ
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |