Студентҡа һәйкәл (Донецк)
«Студент һәйкәле» — скульптура композицияһы, Донецк һәйкәлдәренең береһе.
Һәйкәлде төҙөү Донецк милли университетына нигеҙ һалыныуҙың 70-йыллығына һәм иҡтисади-хоҡуҡи факультет асылыуҙың 25 йыллығына тап килтерелә.
Һәйкәлдең авторҙары Горловканан скульпторҙар Николай Новиков һәм Дмитрий Илюхин. Проект етәксеһе Петр Антипин. Скульптура Донецксталь ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ҡойолған.
Скульптура композицияһының бер нисә варианты эшләнә, шулар араһынан студенттар тауыш биреү юлы менән ахырғы вариантты һайлап ала.
Һәйкәл 2007 йылдың 6 сентябрендә Донецк милли университеты иҡтисади-хоҡуҡи факультетының яңы бинаһының эске ихатаһында асыла. Һәйкәлде асыу тантанаһында уның авторы Николай Новиков, проект етәксеһе Петр Антипин, Донецк милли университеты ректоры Владимир Шевченко, иҡтисади-хоҡуҡи факультет деканы Вячеслав Волков ҡатнашалар.
Һәйкәл эскәмйә янында баҫып торған студенттың тулы һынынан ғибәрәт. Студент эскәмйәгә ҡулы һәм тубығы менән таянған. Эскәмйәнең икенсе яғында дәреслектәр, мантия һәм конфедератка ята.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Донецк һәйкәлдәре
- Студент-программист һйкәәле
Һылтанмалар
- В Донецке установлен памятник студенту. Архивировано 28 сентябрь 2007 года. 2007 йылдың 28 сентябрь көнөндә архивланған.
- В Донецке установлен памятник студенту. Архивировано 15 февраль 2013 года. 2013 йылдың 11 февраль көнөндә архивланған.
- Донецкие студенты-правоведы посадили студента. Бронзового. Архивировано 28 сентябрь 2007 года. 2007 йылдың 28 сентябрь көнөндә архивланған.
- В Донецке установлен памятник студенту. Архивировано 3 декабрь 2012 года.
- Возле самого престижного факультета ДонНУ появился памятник студенту.(недоступная ссылка)
- В Донецке появился памятник студенту.(недоступная ссылка)
- В Донецке открыли памятник студенту. Архивировано 3 декабрь 2012 года. 2013 йылдың 18 февраль көнөндә архивланған.
- В Донецке появился памятник студенту. Архивировано 3 декабрь 2012 года. 2013 йылдың 21 ғинуар көнөндә архивланған.
- У Донецьку відкрили пам’ятник студенту. Архивировано 3 декабрь 2012 года. (укр.)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |