Стәрлетамаҡ — Белорет трактындағы әбей батша күперҙәре

Ташкүпер (Әбей батша күпере, Кәтерина күпере) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Берәтәк ауылы эргәһендә Оло Нөгөш йылғаһы аша һалынған күпер. Ул Екатерина II осоронда Стәрлетамаҡ — Белорет трактында (халыҡ телендә «Екатерина юлы») XVIII быуатта төҙөлгән күперҙәрҙең береһе.

Төҙөлөү тарихы

Берәтәк ауылы менән Ишембай районының Һәйет ауылы араһында ике күпер бар: береһе ағастан (1975 йылда яңынан төҙөлә), икенсеһе таштан. Таш күпер тәү төҙөлгән килеш тиерлек һаҡланған һәм әле лә сафта.

Күперҙәрҙең төҙөлөү тарихы тураһында:

« Брәтәк ауылы Белорет — Стәрлетамаҡ трактында урынлашҡан. Был бик боронғо юл. Был юл халыҡ телендә «Екатерина юлы» тип тә йөрөтөлә. Юл һалыу тарихы Әүжән-Петровск заводы менән бәйле булырға тейеш. Берг-коллегияның 1753 йылдың 16 ноябрендәге указына ярашлы Әүжән йылғаһы буйында купец К. Матвеев тарафынан заводҡа нигеҙ һалына. 1755 йылда завод эшләй башлай. Ҡағы заводы 1769 — йылда Демидов тарафынан төҙөтөлә. Егәҙе ауылы һәм заводы 1890 йылда барлыҡҡа килә »

, — тип яҙа Вәли Ғүмәров[1].

Катерина юлы, күперҙәр тураһында викидәреслектә:[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Фотолар

Сығанаҡтар

  • Таң гәзите. 2013 йыл, 5 март, шишәмбе, № 27 (9505) (Рафаэль Атауллин. Брәтәк ауылы)
  • Ғүмәров В. Ғ.Брәтәк ауылы тарихы

Иҫкәрмәләр