Сударчиков Анатолий Александрович

Сударчиков Анатолий Александрович (1944 йылдың 3 сентябре, Башҡортостан Республикаhы) — совет һәм Рәсәй цирк артисы, иллюзионист, клоун. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2000).

Биографияһы

Анатолий Александрович Сударчиков 1944 йылдың 3 сентябрендә Башҡорт АССР-ында тыуа. Бала сағынан фокустар менән ҡыҙыҡһына, үҙ аллы фокустар тураһында китаптар табып, уларҙы өйрәнә һәм номерҙар ҡуйырға тырыша. Йәш сағынан буласаҡ тормош иптәше һәм сәхнә партнеры Любовь Кузьминична менән дуҫлаша. Хәрби хеҙмәтен Красноярскиҙа үтә, унда армия үҙешмәкәрлегендә шөғөлләнә. Демобилизацияланғас, Красноярскиҙа ҡала, заводта эшләй, ундағы халыҡ циркына йөрөй. Был студияла үҙенең тәүге педагогы Петр Яковлевич Любаев менән шөғөлләнә башлай. Тиҙҙән уның эргәһенә Любовь Кузьминична килеп, халыҡ цирк студияһында ярҙам итә башлай[1].

1969 Сударчиковтар ғаиләһе Дондағы Ростовтың «Поиск» коллетивы менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Манежда «Танц-иллюзия» номеры менән сығыш яһайҙар, был номерҙа алты костюм күҙ алдында үҙгәрә. 1970 йылдың апрелендә Вильнюста дебюттары була, тамашасы номерҙы йылы ҡабул итә. Һуңынан илдең бик күп цирк сәхнәләрендә сығыш яһайҙар, сит илдәргә гастролдәргә сығалар. Сударчиков Мексика иллюзионистары ассоциацияһының почётлы ағзаһы итеп һайлана[2].

Ғаиләһе

Ҡатыны — Любовь Кузьминична Сударчикова (1947—2006), 1969 йылдан цирк артисы.

Улдары — Игорь Сударчиков (1966), цирк артисы, акробат һәм иллюзионист.

Кинолағы ролдәре

  • 1987 — «Ещё одна улыбка» — иллюзионист (ҡыҫҡа метрлы фильм);

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2000)[3].
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1993)[4].
  • «Көмөш клоун» — Монте-Карлола үткән халыҡ-ара цирк фестивале лауреаты (1995).

Иҫкәрмәләр

  1. Сударчикова Любовь Кузьминична. spb-tombs-walkeru.narod.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2025.
  2. Персональный сайт - Сударчикова Любовь Кузьминична. akterruss.ucoz.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2025.
  3. Указ Президента Российской Федерации от 26.07.2000 г. № 1380. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2025.
  4. Указ Президента Российской Федерации от 18.12.1993 г. № 2186. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2025.

Һылтанмалар