Сураков (Сурапов) Вәли Мансур улы

Сурак(п)ов Вәли Мансур улы (рус. Сурак(п)ов Вали Мансурович 1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы.

Биографияһы

Сурак(п)ов Вәли Мансур улы 1906 йылда хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Мәмбәтҡол ауылында (2-се йорт) тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 112-се кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә.

1942 йылдың 7 июлендә Курск өлкәһендә (хәҙер Липецк өлкәһе) барған аяуһыҙ һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Юғалтыуҙар исемлегендә ҡыҙылармеец Сурак(п)ов Вәли Мансур улының Көйөргәҙе районының Мәмбәтҡол ауылында йәшәүсе ҡатыны Суракова күрһәтелгән[2].

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 818883 Дело ист. информации: 1750