Сухум маяғы

Сухум маяғы — Абхазияның баш ҡалаһы Сухумдағы маяҡ

Маяҡ тарихы һәм тасуирламаһы

Маяҡты Францияла суйындан Эрнест Гуэндың Ernest Goüin et compagnie[fr] фирмаһы эшләй.

1861 йылда Сухумға алып киләләр[1][2]. Маяҡ бормалы свайҙарҙа ҡуйыла. Маяҡты урынлаштырыуға 150 эш көнө китә[3][4].

Маяк 2000 йылға тиклем уны тотоуға аҡса бүлеү туҡтағансы өҙлөкһөҙ эшләй. Әлеге ваҡытта тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндереүе тәьмин ителгән.

Тасуирламаһы

Маяҡтың бейеклеге 37 м. Яҡтыртыу горизонты 24 км. Башня эсендә 137 баҫҡыслы суйындан эшләнгән һикәлтә бар. Маяҡтан Яңы Афон һәм Сухум ҡалалары күренеше асыла.

Маяҡ Гумиста йылғаһы йыуған ҡомло моронда урынлашҡан. Уның тирәләй йәшәгән бөтөн торлаҡ район шулай уҡ атала.

Һүрәттәре

Иҫкәрмәләр

  1. Евгений Титов. Край вечно зеленых мандаринов. Политика. «Новая газета», № 134 (2 декабрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2013. 2014 йылдың 31 март көнөндә архивланған.
  2. Левон Галустян. Доживет ли Сухумский маяк до юбилея? Общество. Эхо Кавказа (2 ноябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2013.
  3. Флотские даты. Министерство обороны Российской Федерации. 2007 йылдың 12 октябрь көнөндә архивланған.
  4. Василий Прудыус. Маячной службе – 200 лет. Газета «Флаг Родины», № 101 (8 июнь 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2013.

Категориялар