Сыңғыҙхандың Цонжин-Болдогтағы статуяһы
Тасуирлама
Атлы статуяһы Улан-Баторҙың үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа табан 54 километр алыҫлыҡта, Улан-Батор ҡалаһының Найлах административ районы составына ингән, Туве аймағынан, Туул йылғаһы ярынан алыҫ түгел, риүәйәттәр буйынса, Сыңғыҙ алтын ҡамсы тапҡан урында — Цонжин-Болдогта урынлашҡан. Скульптор Д. Эрдэнэбилэг статуя проектын архитектор Ж. Энхжаргал ҡатнашлығында эшләй. Монумент 2008 йылдың 8 сентябрендә рәсми асыла.
Статуяһының бейеклеге, ун метрлыҡ постаментты иҫәпкә алмағанда — 40 метр. Һын 250 тонна ауырлығындағы тутыҡмай торған ҡорос менән ҡапланған[1] һәм Сыңғыҙхандан алып Лигдэнханға тиклем Монгол империяһы хандарын символлаштырыусы 36 колонна менән уратылған. Ике ҡатлы постаментта сәнғәт галереяһы, хунну дәүере музейы, бильярд залы, ресторандар, сувенирҙар кибете һәм конференц-зал урынлашҡан[2]. Ат башында — күҙәтеү майҙансығы.
Тематик парк
Статуяның тирә-яғын монголдарҙың малға һалынған ырыу келәймәһе формаһында урынлашҡан ике йөҙ туристик тирмә менән тултырыу күҙаллана. Улар XIII быуат монгол көнкүрешенә арналған, алты: хәрби, һөнәрселек, шаманлыҡ, китап, хан һәм малсылыҡ секцияларына бүленгән тематик паркты тәшкил итергә тейеш. Шулай уҡ гольф уйнау яланын йыһазландырыу, яһалма күл эшләү, асыҡ һауалағы театр төҙөү планлаштырыла[2]. Комплекс булдырыуға әле 28 миллиард ₮[3] тотонолған.
Галерея
Иҫкәрмәләр
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
- ↑ 1 2
- ↑ 1 2 Хаана цогцолбор сыңғыҙхан хөшөөт 2011 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған.
- ↑