Сүкеш (журнал)
«Сүкеш» — ХХ быуат башында донъя күреүсе төрки телендәге ижтимағи-сәйәси һәм сатирик журнал.
1906 йылдың 20 июнендә Ырымбур ҡалаһында сыға башлай. Айына 2 тапҡыр донъя күрә. Барлығы 78 һаны сыға. Башта урта форматтағы 40 битле, һуңынан 16 битле йоҡа ғына журнал булып баҫыла. Нәшерсе мөхәррирҙәре: Т. С. Соловьев, М. С. Алмаев, З. Бәшири.
Әҙәбиәт
- Хөсәйенов Ғ. Б. ХХ быуат башында милли матбуғат. — Башҡорт халҡының рухи донъяһы. — Өфө: «Китап», 2003 йыл. — 381-се бит.
- Кузбеков Ф. Т. Башкирская журналистика как явление этнической культуры. — Уфа, 2006. (рус.)
Һылтанмалар
- Сүкеш (журнал) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |