Сәлимиә мәсете (Никосия)
Сәлимиә мәсете — Никосияла 1209—1325 йылдарҙа өлгөргән готика стилендә Изге Софияның рим-католик соборы булараҡ төҙөлгән ҡорам. Әленән-әле Изге Николайҙың фамагуст соборы менән бер рәттән Кипрҙың кафедраль ғибәҙәтханаһы һәм королдәргә таж кейҙереү урыны булып хеҙмәт итә.
XV быуатта ғибәҙәтхана Генуя һөжүмдәре һәм ер тетрәүҙәре һөҙөмтәһендә ныҡ зыян күрә һәм 1491 йылда утрау Венеция власының ҡул аҫтына күскәндән һуң, француз архитекторҙары тарафынан һуңғы стилде ҡулланып реконструкциялана, әммә готик һыҙаттары һаҡланып ҡала.
Кипрҙы Ғосман империяһы 1571 йылда баҫып алғандан һуң ғибәҙәтхана утрауҙың төп мәсетенә әйләндерелә һәм Сәлимиә мәсете тип үҙгәртелә, өҫтәп уға төкәтмә итеп ике манара төҙөлә. 1974 йылдан алып мәсет Төньяҡ Кипрҙың Төрөк Республикаһы биләмәһенә ҡарай.
Әлеге ваҡытта мәсет утрауҙың төньяҡ өлөшөндә төп һәм Кипрҙағы иң әһәмиәтле готика ҡомартҡыһы булып тора.
Иҫкәрмәләр
- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ 1 2 archINFORM (нем.) — 1994.