Сәфиуллин Ғәтиәтулла Ғарифулла улы

Сәфиуллин Ғәтиәтулла Ғарифулла улы (рус. Сафиуллин Гатиатулла Гарифуллич) — (? — 24 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Әҙәбиәт

Сәфиуллин Ғәтиәтулла Ғарифулла улы сығышы менән хәҙерге Башҡортостандың Кушнаренко районы Юлаш ауылынан. Ҡыҙыл Армия сафына Кушнаренко районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы штабы янында коновод булып хеҙмәт итә. 1943 йылдың 24 февралендә Украинаның Ворошиловград өлкәһе (хәҙер Луганск өлкәһе) Юлино-2 ауылы районында барған аяуһыҙ һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Юғалтыуҙар исемлегендә ҡыҙылармеец Сәфиуллин Ғәтиәтулла Ғарифулла улының Кушнаренко районы Юлаш ауылында йәшәгән ҡатыны Сәфиуллина Сәлиха күрһәтелгән[2].

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 18001 Дело ист. информации: 818