Табун мәмерйәһе ҡатыны (бюст, 1970)
Табылыу тарихы
Һөлдәне 1932 йылда Израилдәге Табун мәмерйәһендә Дороти Гаррод етәкселегендәге археологик төркөм ағзаһы Юсра таба.
Тасуирламаһы
Табылдыҡ тулы тиерлек һөлдәнән тора, унда башлыса аҫҡы яңаҡ, тештәр, ҡабырғалар, янбаш һәм аяҡ-ҡул һөйәктәре һаҡланған. Баш һөйәге ватылған булған, әммә һуңынан тергеҙелгән.
Һаҡланған урыны
Һөлдә Лондон тәбиғәт тарихы музейында һаҡлана[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Henry de Lumley. La Grand Histoire des premiers hommes européens. — Paris: Odile Jacob, 2007. — 221 p. — ISBN 978-2-7381-2386-2.