Таганрог (йылға)
Таганрог — Рәсәйҙәге Красноярск крайының Шарыпово районындағы йылға. Объюл йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы[2], уның ике уң яҡ ҡушылдыҡтары — Сунгуюл һәм Сартачуль йылғалары араһында барып ҡоя. Йылға оҙонлоғо — 2700 метр самаһы тәшкил итә.
Таганрог йылғаһы Иваново һәм Холмогорский ауыл советтары биләмәләре буйлап аға[3]. Яры ҡатнаш урмандар менән ҡапланған[4], ҡайындар өҫтөнлөк итә. Йылға буйында тораҡ пункттар юҡ. Иң яҡын биләмә — ҡала тибындағы Горячегорск ҡасабаһы — инештән өс-дүрт километр көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Йылғанан Барсук тауы (753 м.) айырып тора[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Карта ГГЦ N-45-022-D. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Комиссаренко А. Н. Поэзия Шарыповской земли. Топонимический словарь. — Шарыпово, 1999. — 29 с. — 1000 экз.
- ↑ Приложение 10 к Закону края от 29.01.2009 №8-2889. law.legis.krsn.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2012. Архивировано 28 октябрь 2012 года. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Подробная топографическая карта — Шарыповский р-н Красноярского края. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2013. Архивировано 4 февраль 2013 года.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |