Тажетдинов Миңлехан Латип улы
Тормош юлы
Миңлехан Латип улы Тажетдинов 1919 йылдың 22 апрелендә Лаҡлы ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы, Совет власы өсөн көрәшеп, 1918 йылда һәләк була. Лаҡлы крәҫтиән йәштәре мәктәбендә белем ала.
1939 йылдың 7 сентябрендә Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына алына.
Алыҫ Көнсығыштағы Барабаш ҡалаһында кесе командирҙар мәктәбендә уҡый.
92-се уҡсылар дивизияһы 1-се батальондың элемтә взводы командиры ярҙамсыһы була. 1941 йылдың 31 майында самолётта Белоруссияға күсереләләр. Ҡыҙылармеец Миңнехан Тажетдинов хеҙмәт юлын Брест ҡәлғәһе янында башлай.
Хәрби юлы
1941 йылдың 22 июнендә фашист Германияһы һуғыш башлаған көндәрҙә тап ошо йүнәлештә тәүге ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша.
1941 йылдың 29 июнендә һалдаттың аяғы ҡаты йәрәхәтләнә, контузия ала, дошман ҡулына эләгә. 10 августа, һаҡсыларҙы ҡоралһыҙландырып, бер төркөм иптәштәре менән ҡасып китә. Бер ауылдағы йорт хужаһы ярҙамы менән йәшерен рәүештә Белоруссиялағы Молотов исемендәге партизандар бригадаһына килә. Н. Т. Шиш исемендәге отрядта хеҙмәт итә.
Отряд командиры Попов менән комиссары Жевнов биргән ҡылыҡһырлама:
М. Тажетдинов иптәш партизандар төркөмөн актив ойоштороусы ғына түгел, ҡурҡыу белмәҫ разведчик та ине. Күп осраҡта ул разведчик булды һәм һәр саҡ командованиеға дошмандың, уның гарнизондарының торошо тураһында мөһим мәғлүмәт килтерҙе. Мәҫәлән, уның мәғлүмәттәре буйынса ғына партизандар отряды Погоста, Бостында, Лукинда, Хворостовта, Синкевичта дошман гарнизондарын тар-мар итте. Бынан тыш, уның ҡатнашлығында Мальковичи-Люща тимер юл станциялары араһында дошмандың тере көстәре һәм техникаһы тейәлгән 4 хәрби эшелоны шартлатылды. 23 ноябрь 1943 йыл. Белорус партизандары штабы начальнигы П. Калинин ҡул ҡуйған[5].
1942 йылды 5 майында отряд Белоруссияның Лукин районындағы урманда урынлаша. Партизан Тажетдинов 1941 йылдың авгусынан 1942 йылдың майына тиклем Лукинец, Бастин, Чучевычи, Хворостовати, Синкевичи ауылдарында немец каратель отрядтарына ҡаршы барған бәрелештәрҙә ҡатнаша. 1943 — 1944 йылдарҙа 21 февралдән 24 мартҡа тиклем Днепр каналы эргәһендә хәрәкәт иткән партизандар отрядында Зарочка, Кубми, Дылники ауылдары янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Дошмандың 50 тонналыҡ ылауын ҡулға төшөргәндә, Миңлехан Латип улы 11 фашисты юҡ итә. Был осорҙа ул разведка отделениеһы командиры, аҙаҡтан кесе сержант 982-се артиллерия полкының 9-сы батареяһында тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә[6].
1944 йылдың июлендә партизандар отрядтары регуляр армияға ҡушыла. Миңлехан Латип улы I Белорус фронтына ҡараған 75-се Көнбайыш уҡсылар полкы сафында алыша. Артиллерия полкында орудие командиры була.
1946 йылдың 15 ғинуарында Юғары Хәрби Командование бойороғо менән Миңлехан Латип улы Тажетдинов Мәскәүгә саҡырыла.
«Бөйөк Ватан һуғышы партизаны» миҙалы һәм ҡыҙыл таҫмалы почётлы бүрек менән бүләкләнә.
1946 йылдың 20 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Тажетдинов Миңлехан тыуған ауылына ҡайтарыла.
Тажетдинов Миңлехан Латип улы 1960 йылдың 14 октябрендә фажиғәле рәүештә вафат була[7][8].
Ғаиләһе
Һуғыштан һуң, Миңлехан Тажетдинов ауылдашы Ниғмәтйәнова Мәфрүзә Әғзәм ҡыҙына өйләнә.
Балалары: 1948 йылғы — Латипов Борис, 1949 йылғы — Латипов Аданис, Латипова Гүзәл — 1957 йылғы, Латипова Эльза — 1959 йылғы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- I дәрәжә «Бөйөк Ватан һуғышы партизаны» миҙалы
- Башҡа миҙалдары[9][10]
Сығанаҡтар
- Миҙхәт Ниғмәтйәнов. Ҡыйыу партизан булған./ Йүрүҙән. 13 май 1995 йыл. № 39
- М. Абдуллина. Ҡыйыу партизан./ Йүрүҙән. ? йыл
- Ғ. Ғирфанов. Ҡыйыу партизан разведчигы. / Йүрүҙән. 29 март 1990 йыл. № 38
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Таждинов Мимихан Латын
- ↑ Миҙхәт Ниғмәтйәнов. Ҡыйыу партизан булған./ Йүрүҙән. 13 май 1995 йыл. № 39
- ↑ Ғ. Ғирфанов. Ҡыйыу партизан разведчигы. / Йүрүҙән. 29 март 1990 йыл. № 38
- ↑ Бессмертный полк. Тажетдинов Минихан Латыпович
- ↑ Таждинов Мимихан Латын
- ↑ Бригада им. В. М. Молотова (Герасимов, М.И.)
- ↑ Ғ. Ғирфанов. Ҡыйыу партизан разведчигы. / Йүрүҙән. 29 март 1990 йыл. № 38
- ↑ Миҙхәт Ниғмәтйәнов. Ҡыйыу партизан булған./ Йүрүҙән. 13 май 1995 йыл. № 39 (партизан бригадаһында хеҙмәтенә бәйле, тип аңлата ине тормош иптәше Мәфрүзә Әғзәм ҡыҙы: һуғыш тамамланғандан һуң, бандерасыларҙы, Тыуған иленә хыянат иткәндәрҙе хөкөм иткәндә, Тажетдинов М. Л. суд ултырыштарына шаһит булараҡ саҡыра торған булғандар. Бер ваҡыт тимер юл электричкаһында элекке бандерасы менән йөҙмә-йөҙ осрашҡанын да һөйләгән була ҡатынына. «Пчела» тип йөрөтөлгән баҫыуҙа колхоз ҡарауылсыһы Миңлехан Латип улы ҡунған йортта янғын сыға, һәм был юҡҡа ғына түгел тигән фараз урынлы)
- ↑ Миҙхәт Ниғмәтйәнов. Ҡыйыу партизан булған./ Йүрүҙән. 13 май 1995 йыл. № 39
- ↑ Таждинов Мимихан Латын
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |