Танцоров Григорий Васильевич

Танцоров Григорий Васильевич (20 сентябрь 1908 йыл10 март 1944 йыл) — хәрби офицер, кесе лейтенант. Үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмалары батареяһы командиры, Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

1908 йылдың 20 сентябрендә Золотое ауылында (хәҙерге Һарытау өлкәһе Красноармейский районы) хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ.

Саратовта йәшәгән. Пермь ҡалаһында политехникумдың 2 курсын тамамлаған. Йылға пароходсылығында эшләгән.

1942 йылдың майынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла.

1942 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронтында. 1943 йылда Ростов артиллерия училищеһын тамамлаған.

13-сө гвардия танк бригадаһының үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмалары батареяһы командиры (4-се гвардия танк корпусы, 60-сы армия, 1-се Украина фронты) гвардия кесе лейтенант Танцоров 1944 йылдың 6-10 мартында Збараж тимер юл станцияһы һәм Тернополь ҡалаһын азат итеүҙәге алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Уның батареяһы дошмандың тере көстәренә һәм хәрби техникаһына ҙур зыян килтерә. 1944 йылдың 10 мартында һәләк була[1][2].

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылдың 29 майында (үлгәндән һуң) бирелә[3].

Тернополь ҡалаһының Иҫке паркында ерләнгән[4].

Наградалары

Хәтер

  • Герой исеме менән Золотое ауылы, Красноармейск, Пермь һәм Тернополь ҡалалары урамдары, Тернополь күле буйлап йөрөүсе теплоход аталған.
  • Тернополь 3алаһының Иҫке паркындағы Дан аллеяһында бюст ҡуйылған.
  • Золотово урта мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 47, л. 39—41).
  2. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  3. 1 2 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 103, л. 1).
  4. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 4747, л. 2, 52, 53).

Һылтанмалар