Таптыков ҡаласығы
Таптыков ҡаласығы (рус. Таптыковское городище) — Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Таптыков ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э. VII—VIII быуаттарға ҡараған Ҡараяҡуп мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]
Тасуирламаһы
Урынлашыуы
Таптыков ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Таптыков ауылынан көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Дим йылғаһының уң ярындағы бейек моронда урынлашҡан. Таптыков ауылынан район үҙәгенә тиклем (Өфө) — 25 км яҡындағы тимер юл станцияһына (Авдон) — 7 км
Табылдыҡтар
Таптыков ҡаласығының 600 м² ашыу ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.
Ҡаласыҡ ялан яғынан 2 ур[4] һәм соҡорҙар менән һаҡланған. Эске урҙың оҙонлоғо 50 м, киңлеге 5 м, бейеклеге 1,5 м, ҡаҙып ултыртылған бағаналар, эс яҡтан балсыҡ тултырылып, өҫтө-өҫтөнә һалынған бүрәнәләр менән нығытылған.
Балсыҡ ҡоролма ҡалдыҡтары һәм усаҡ, 12 хужалыҡ соҡоро табылған.
Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәр башлыса ауыҙҙары, ҡорһағы йәки муйыны тирәләй ҡыя һырҙар, ҡабарынҡы биҙәк төшөрөлгән һәм ваҡ ҡына соҡорло биҙәк баҫылған түңәрәк төплө көршәк һымаҡ һауыттарҙан ғибәрәт.
Таптыков ҡаласығында шулай уҡ һөйәк уҡ башаҡтары, йәйә өсөн пластиналар, таш һәм балсыҡ орсоҡбаштар, шлак ҡалдыҡтары, хайуан һөйәктәре табылған.
Ҡомартҡы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6] .
Асыш тарихы
Таптыков ҡаласығы 1962 йылда археолог Васюткин Сергей Михайлович тарафынан асыла.
1983 йылда, 1985—86 йылдарҙа тарих фәндәре кандидаты Илдар Мөҙәрис улы Аҡбулатов[7] өйрәнә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Таптыков ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йылдың 23 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йылдың 16 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
- ↑ Акбулатов Ильдар Мударисович
Һылтанмалар
- Таптыков ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йылдың 23 ноябрь көнөндә архивланған.
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
- Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йылдың 16 сентябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Акбулатов И. М. Керамика Таптыковского городища эпохи раннего средневековья //Проблемы древних угров на Южном Урале. Уфа, 1988.
- Археологические работы в низовьях Белой: сб. науч. ст. Уфа, 1986
- Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.