Таранцов Михаил Александрович
Таранцов Михаил Александрович (13 июль 1962 йыл) — Рәсәй сәйәсмәне. Икенсе саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты[3].
Биографияһы
Михаил Александрович Таранцов 1962 йылдың 13 июлендә Волгоград ҡалаһында тыуған.
1984 йылда Волгоград политехник институтының машиналар эшләү факультетын «инженер-механик» һөнәре буйынса тамамлай. 1990 йылда Волгоград дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
1984 йылда Владимир производство берекмәһе «Союзнефтемашремонт» ремонт-механика заводының инструменттар участкаһында инженер-технолог булып эшләй башлай, заводта мастер, инструменттар хеҙмәте начальнигы була.
1993 йылдан 1994 йылға тиклем — Волгоград педагогия университетының Рәсәй тарихы кафедраһында ассистент һәм өлкән уҡытыусы.
2009 йылдан алып 2009 йылға тиклем Волгоград өлкәһендә Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил була.
2019 йылда өлкә думаһына һайлауҙа еңелгәндән һуң, профессор вазифаһын биләгән педагогия университетынан бушатыла.
Тарих фәндәре докторы.
Сәйәси эшмәкәрлеге
1994 йылдың декабрендә Волгоград өлкә думаһы депутаты итеп һайлана (беренсе саҡырылыш).
1995 йылда Красноармейск бер мандатлы һайлау округы буйынса Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ҡатнаша. Һайлауҙарҙа еңеп сыға һәм Икенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. (1995 йылдың декабре — 2000 йылдың ғинуары).
2009 йылда бишенсе саҡырылыш өлкә думаһына һайлауҙа ҡатнашыу өсөн вәкил вазифаһын ҡалдыра. Краснооктябрский бер мандатлы һайлау округы буйынса һайлауҙарҙа еңеп сыға һәм депутат була. Вәкәләттәр 2019 йылда яңы состав һайлау менән бәйле ғәмәлдән сыға. 2019 йылғы һайлауҙарҙа була, әммә яңы составҡа һайлана алмай.
2021 йылда Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы тарафынан 210-сы Чертановский бер мандатлы һайлау округы буйынса VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа кандидат итеп күрһәтелә (һәм Алексей Навальныйҙың «Аҡыллы тауыш биреүе» ярҙамында хуплана). Унда уға «Берҙәм Рәсәй» вәкиле Роман Романенко ҡаршы тора, уны «Собянин исемлеге» хуплай. Туранан-тура тауыш биреү барышында бер аҙ (653 тауышҡа) унан ҡалышты, ләкин дистанцион электрон тауыш биреүҙе ҡулланғандан һуң еңелә[4][5]. 20 сентябрҙә төндә Пушкин майҙанында КПРФ митингында ҡатнаша[6]. 2 октябрҙә полиция Домодедово аэропортында үткән митингыла ҡатнашыуы сәбәпле ҡулға ала[7][8].
Иҫкәрмә
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Таранцов Михаил Александрович — ФедералПресс.
- ↑ Михаила Таранцова уволили из волгоградского вуза — 2019.
- ↑ Необходимо задать параметр
url=в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=в шаблоне {{cite web}}. [ ]. - ↑ Московское электронное голосование — это что-то с чем-то. Посмотрите, как оно поменяло результаты выборов в округах, где побеждала оппозиция (21 сентябрь 2021).
- ↑ Кандидаты из "списка Собянина" лидируют во всех одномандатных округах Москвы (20 сентябрь 2021).
- ↑ Не признаем! Не простим! Акция столичных коммунистов. kprf.ru (20 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2021.
- ↑ В Москве задержали экс-депутата волгоградской областной думы Михаила Таранцова. The Insider (2 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 октябрь 2021.
- ↑ Инна Шереметьева. Экс-депутата Волгоградской облдумы задержали в Москве. Комсомольская правда (2 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 октябрь 2021.
Һылтанмалар
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |