Таратынов Александр Михайлович
Биографияһы
Александр Михайлович Таратынов 1956 йылдың 13 июнендә Мәскәү өлкәһендә рәссам ғаиләһендә донъяға килгән. Рәссам һөнәренә 1967-1974 й.й. — «Мәскәү урта художество мәктәбе»ндә (МСХШ); 1975-1981 й.й. — В.И.Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт һынлы сәнғәт институтының скульптура бүлегендә уҡыған (профессор Л.Е.Кербель оҫтаханаһы).
1981 йылдан — СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
1986 йылдан — Мәскәүҙә М.Б.Греков ис. студияла эшләй. Рәсәй Һынлы сәнғәттәр академияһың миҙалдары һәм дипломдары менән бүләкләнгән.[2]
Бик күп әҫәрҙәре араһында - "Төньяҡ амурҙары" һәйкәле (Нидерланд). Был һәйкәл Вейсен ҡалаһында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡаланы француздарҙан азат иткән башҡорт һуғышсыларына бағышлап ҡуйылған [3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1997),
- Рәсәй Һынлы сәнғәттәр академияһының көмөш миҙалы һәм дипломы
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «Хеҙмәттәге уңыштары өсөн» билдәһе.
- Рәсәй Рәссамдар союзы дипломдары һәм Почет грамоталары [2].
Видео
Иҫкәрмәләр
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |