Татьяна Будович
Биографияһы
Татьяна Будович 1994 йылда 154-се мәктәпте тамамлай. 1998 йылда Хәҙерге белем институтын «Финанс һәм кредит» һөнәре буйынса тамамлай[2]. 2005 йылда ситтән тороп Белорус дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Максим Богданович музейының «Белорусская хатка» филиалында, Беларусь Милли фәнәдәр академияһының Тарих институтында эшләй. Максим Богданович исемендәге дәүләт әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре[3].
Парашют спорты һәм альпинизм буйынса 3-сө спорт разряды бар.
Кейәүҙә. Ике ул тәрбиәләп үҫтерә.
Ижады
Ижади юлын шиғриәттән башлай, һуңынан тәнҡиткә күсә. Проза яҙа, ҡайһы берҙә пародия жанрына мөрәжәғәт итә[4] (Та дорШпілька псевдонимы аҫтында).
1995 йылда беренсе шиғри йыйынтығы «Першацвет» журналында (белорус теленән — «Первоцвет») баҫылып сыға[5]. Һайланма шиғырҙары «Маладосць», «Полымя», «Бярозка» журналдарында, «Літаратура і мастацтва», «Чырвоная змена (белор.)баш.», «Наша Ніва» гәзиттәрендә һ.б. баҫылып сыға. 2002 йылда уның «Дуэль паглядаў» («Дуэль взглядов») шиғырҙар йыйынтығы «Беларускі кнігазбор» нәшриәтендә сыға. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре һәм бер нисә күҙәтеүҙәре бер нисә тапҡыр «Новы час» («Литературная Беларусь» ҡушымтаһы). баҫылып сыға.
Библиография
- Будовіч Т. В. Дуэль паглядаў: кніга вершаў. — Мінск: Беларускі кнігазбор, 2002. — 49 с.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Барадуля, Таццяна Васільеўна. Нацыянальная бібліятэка Беларусі.Дата обращения: 21 августа 2019.
- ↑ Таццяна Будовіч-Барадуля. Kamunikat.org.Дата обращения: 21 августа 2019.
- ↑ Таццяна Будовіч-Барадуля. Kamunikat.org.Дата обращения: 21 августа 2019.
- ↑ Бадак А. Таццяна Будовіч-Барадуля. Рытуал. Звязда (29 июля 2017). Дата обращения: 21 августа 2019.
- ↑ Таццяна Будовіч-Барадуля. Kamunikat.org. Дата обращения: 21 августа 2019.
Һылтанмалар
- Будовіч Таццяна // Саюз беларускіх пісьменнікаў: афіцыйны сайт. — Эл. рэсурс: http://www.lit-bel.org/by/friends/b/181.html 2018 йылдың 23 апрель көнөндә архивланған.
- Будовіч-Барадуля Таццяна // Творы ў Беларускай Інтэрнэт-бібліятэцы «Камунікат». — Эл. рэсурс: http://kamunikat.org/Budovicz_Tacciana.html
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |