Башҡорт телендә
- Таҡыр - ҡаҡ ер, тапалып йә кибеп ҡатҡан майҙан - таҡыр ер; таҡыр юл; ҡара таҡыр.
- Таҡыр - үлән үҫмәгән йә әҙ үҫкән, бер ни менән дә ҡапланмаған ер - таҡыр түбә; таҡыр тау башы; таҡыр ялан, таҡыр баҫыу
- Таҡыр - сәсе ҡырылған йә таҙ баш - таҡыр баш
- Таҡыр (күсмә мәғәнәлә) - етешһеҙ, наҡыҫ, кәрәгенән кәм - ашау яғы таҡыр; кеҫә яғы таҡыр; аҡыл яғы таҡыр.
- Таҡыр-тоҡор - ниндәйҙер ҡаты нәмәнең тауыш сығарып хәрәкәт итеүе [1];
Цитаталар
| Кәртәнең өй тирәһендәге әйләнәһе генә ҡара таҡыр булып тапалған.
Һ. Дәүләтшина |
| Минең эш ҡояш сыҡҡан ваҡытта таҡыр баҫыуҙағы атты алып ҡайтыу менән башлана
М. Ғафури |
| Аҡса баҡыр, иҫәпләһәң - таҡыр
Әйтем |
Әҙәбиәт
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993 - 300-сө бит
- Н. А. Гвоздецкий, Н. И. Михайлов. Такыры Физическая география СССР. — М., 1978.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993 - 300-сө бит