Театр урамы (Таганрог)

Театр урамы — Таганрогтың Көнбайыш микрорайонындағы урам.

Географияһы

Театр урамы Транспорт урамынан башланып китә һәм хәрби аэродромға барып терәлә. Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу Транспорт урамынан башлана.

Тарихы

Һуғыштан алдағы йылдарҙа был район дала булған[1]. Унда 1947 йылда күсеп ултыра башлайҙар[1]. Барлыҡҡа килгән ҡасаба, үҙенең иҫке Таганрогҡа ҡарата урынына ярашлы, Көнбайыш исемен ала[1].

1957 йылда Ковпак исемендәге урамда «Рәсәй» кинотеатры төҙөлә. Был район халҡы өсөн оло ваҡиға була. Кино улар өсөн берҙән-бер күңел асыу була. Тамаша залы көн һайын шығырым тулы була. Балалар йыш ҡына экран алдында иҙәнгә урынлашалар. Шул ваҡытта ул Ковпак урамын Театр урамы тип үҙгәртәләр[1].

Театр урамында урынлашҡан

  • Изге Сергий Радонежский сиркәүе[1]

Һәйкәлдәр

  • Совет летчиктары һәйкәле[2].
  • Яугир-таганроглылар һәйкәле.

Ҡыҙыҡлы факттар

  • Изге Сергий Радонежский сиркәүе элекке «Рәсәй» кинотеатры бинаһында урынлашҡан[1]. Унда бер ваҡыт «Рәсәй һаҡлыҡ банкы» филиалы урынлашҡан була, һуңынан шина монтажлау оҫтаханаһы эшләй, ә һуңыраҡ сиркәү итеп яраҡлаштыралар.

Сығанаҡтар

  1. 1 2 3 4 5 6 Киричек М. С. Святые купола Таганрога. — Таганрог: ИП Стадников, 2008. — С. 141—146. — ISBN 978-5-9901455-1-1.
  2. Нейма Д. Где отдыхают самолёты? // Таганрогская правда. — 2012. — 2 авг.

Категориялар