Тимошканың шыршыһы (йәнһүрәт)

«Тимошканың шыршыһы» (рус. Тимошкина елка) — режиссер Владимир Дегтярёв төшөргән 1966 йылғы совет ҡурсаҡ йәнһүрәте. 1960 йылдарҙа «Союзмультфильм» студияһының ҡурсаҡ берекмәһе тарафынан төшөрөлгән иң сағыу эштәрҙең береһе[1].
Яңы йыл төнөндә мөғжизәләрҙең булыуы мөмкин тураһында әкиәт[2].

Сюжеты

Тимошка исемле малай үҙенең көсөгө менән бергә урмандан шыршыны өйөнә алып ҡайтып килгәндәр. Көтмәгәндә көсөк, иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтеп, көрткә төшөп киткән. Тау башына барып еткәс, малай уңайлы булһын өсөн санаға бүрәнәләр һалған да, көсөк менән бергә тауҙан шыуып төшкән. Әммә юлда дуҫтар ятҡан бүрәнәгә бәреләләр һәм ҡолайҙар. Малай көсөктө һыҙғырып уята. Саналарын бушатҡас, дуҫтар шыршыны өй эсенә индерәләр.

Дуҫтарҙы Ҡар Бабай һәм Ҡарасҡы күҙәтә. Малай шыршыны Яңы йылға уйынсыҡтар менән биҙәй башлаған, ә хужаһына ярҙамға килгән көсөк яңылыш бер быяла шарҙы ватҡан. Асыуланған малай бының өсөн көсөккә һуғып, уны ихатаға ҡыуып сығарған. Көсөк, тышҡа сыҡҡас, илай башлаған, әммә һуңынан, байып барған ҡыҙыл ҡояшты емерек уйынсыҡ урынына ҡабул итеп, хужаһына яңы шар килтерергә теләп, урманға киткән, ләкин ҡояш байығас та аҙашҡан һәм туҡтап ҡалған, шул мәлдә буран сыҡҡан. Һауа температураһы -10-дан -20 градусҡа тиклем төшкән була.

Малай, шыршыны аҙағынаса биҙәп бөткәс, осраҡлы ғына, артҡа сигенгән дә, ярылған шар ярсыҡтарының береһенә баҫып, көсөк тураһында иҫенә төшөрә лә уны эҙләй башлай, ләкин таба алмай. Өҫтәүенә, бәләкәй тауҙан шыуып төшкәндә, малай яңылыш саңғыһын һындыра. Өйгә ҡайтҡас, малай күҙ йәштәрен түгә һәм бурандың бөтөүен көтә.

Был ваҡытта аҙашҡан көсөк бурандан йәшенерлек урын эҙләй. Тәүге тапҡыр ул өкөнән ҡурҡа, икенсеһендә бүре күҙҙәрен күреп, шыршыларҙың береһе аҫтына инеп йәшенә.

Малай был ваҡытта унда-бында йөрөй ҙә йоҡлап китә. Сәғәт ун икене һуҡҡандан һуң, Ҡыш бабай терелеп китә, шунан ҡайһы бер уйынсыҡтарҙы саҡырып, йортҡа көсөктөң килеп етеүен күҙәтеп торорға ҡуша, ихатала баҫып торған Ҡарасҡы менән Ҡар Бабайҙы урманға, көсөктө эҙләргә ебәрерә. Ҡар Бабай һәм Ҡарасҡы ҡушҡан эште уңышлы үтәйҙәр. Эт өргән тауышты ишетеп, малай өйҙән йүгереп сыҡҡан, көсөктө ҡосаҡлаған һәм хатаһын аңлаған. Ә Ҡыш бабай, көсөктө кире ҡайтарыу буйынса операцияны тамамлап, тылсым менән ярылған шарҙы тергеҙә. Малай, шарҙың элекке хәлендә булыуын күреп, уны шыршыға элә. Көсөк шыршылағы шарҙың «Тамам» тигән һүҙе менән тамашасыларға табан боролоуын күҙәтә.

Ижади төркөм

Сценарий авторы Людмила Зубкова
Режиссёр Владимир Дегтярёв
Ҡуйыусы-рәссам Анатолий Курицын
Операторҙар Владимир Сидоров, Николай Гринберг
Композитор Карен Хачатурян
Тауыш операторы Георгий Мартынюк
Рәссәм-мультипликаторҙар Владимир Пузанов, Павел Петров, Лев Жданов
Мөхәррир Наталья Абрамова
Монтаж Вера Гокке
Картина директоры Натан Битман
Ҡурсаҡтар һәм декорациялар Олег Масаинов, В. Куранов, Павел Гусев, Вера Калашникова, Лилианна Лютинская, Владимир Алисов
етәксе Роман Гуров

Ҡыҙыҡлы факттар

  • Йәнһүрәттә бер һүҙ ҙә әйтелмәй.

Яңынан нәшер итеү

Йәнһүрәт күп тапҡыр «Яңы йыл шыршыһы байрамы» йәнһүрәттәр йыйынтығында («Союзмультфильм», «Крупный план» таратыусы) DVD-ла яңынан баҫылып сыҡты[3].

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Георгий Бородин. Киностудия «Союзмультфильм» 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.. Краткий исторический обзор, new.souzmult.ru.
  2. Георгий Бородин Новогодняя анимация Архивная копия от 8 ноябрь 2012 на Wayback Machine Октябрь 2007 года
  3. DVD «Праздник Новогодней ёлки». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2016. Архивировано 4 март 2016 года.

Категориялар