Тмогви (ҡәлғә)
Географияһы
Тарихы
Тмогви тип аталып, ҡәлғә X быуат сығанаҡтарында телгә алына. Ул Алғы Азияға үткән сауҙа юлын контролдә тотҡан. X быуатта ғәрәптәр ҡәлғәне баҫып алырға маташҡан, тик уңышҡа өлгәшә алмаған.
1073 йылдан ҡәлғә кенәз Куабулидзелар ҡулында булған, артабанғы быуаттарҙа билдәле Торели, Мхаргрдзели, Мхаргрдзели-Закарян, Шаликашвили, Джакели кенәздәр хужа булып торған.
Атаҡлы урта быуат грузин яҙыусыһы Саргис Тмогвели тап ошо Тмогвиҙан булған.
1578 йылда ҡәлғәне Осман империяһы баҫып алған. 1828-1829 йылдарҙағы урыҫ-төрөк һуғышынан һуң ҡәлғә Рәсәй империяһы милкенә әйләнгән.
Сәнғәттә
1902 йылда әрмән яҙыусыһы Ованес Туманян был ҡәлғәгә бағышлап «Тмук ҡәлғәһен яулау» (рус. Взятие крепости Тмук) тигән поэма яҙа. Күпмелер ваҡыттан урыҫ шағирәһе София Парнок тарафынан «Тмкабердты алыу» (рус. «Взятие Тмкаберда») тигән либретто ижад ителә. Поэма мотивтары буйынса 1928 йылда А. А. Спендиаров "Алмаст" тигән опера яҙа.
Урынлашыуы
Ҡәлғә өс убала, ҡалҡыу урындарҙа урынлашҡан. Уларҙы оҙонлоғо - 150 м , киңлеге 3 м үлсәмле диуарҙар уратып алған. Һәр убала бер нисә башня төҙөлгән булған.
Билдәле кешеләре
- Григор Татеваци — XIV быуаттағы билдәле әрмән философы, педагогы һәм сиркәү эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
- ↑ ბერძენიშვილი დ., საღარაძე შ., ქსე, ტ. 4, გვ. 688, თბ., 1979
- ↑ Официальный сайт Аспиндзского муниципалитета(әрм. Ասպնջակ) (недоступная ссылка)
- ↑ В Грузии в Аспиндзском районе обнаружены мегалитные захоронения(недоступная ссылка)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |