Толпар шыршылыҡтары
Толпар шыршылыҡтары — Башҡортостан Республикаһы Ғафури районыында урынлашҡан төбәк әһәмиәтендәге ботаника тәбиғәт ҡомартҡыһы[1].
Тасуирламаһы
Толпар шыршылыҡтары — Ғафури районындағы Еҙем йылғаһы урта ағымында Ерекле һәм Талпар ауылдары араһында урынлашҡан ботаника тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Үҙенсәлекле ботаника төбәге 1965 йылдың 17 авгусында уҡ булдырылған. Башҡортостан Республикаһы министрҙар кабинетының 1999 йылдың 26 феврале 48-се ҡарары менән (27.08.2014 редакцияһында) раҫланған Тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында положениеның 1.7-се пунктына ярашлы, махсус һаҡланыусы ҡомартҡы тип иғлан ителгән[2]
Һәйкәл билдәле бер үҙәктәре булған 9 участканан тора.
Флораһы
Киң япраҡлы урмандарҙың тотош таралыу зонаһында Еҙем йылғаһы үҙәнендәге киң япраҡлы-ҡара ылыҫлы (шыршы, һирәгерәк аҡ шыршы) боронғо урмандар. Икенсе яруста йүкә, ҡайын, һирәгерәк — йыла үҫә. Үләндәр япмаһы башлыса ғәҙәттәгесә. Төньяҡ экспозицияларҙа бореаль типтағы шыршылыҡтар, шул иҫәптән йәшел мүклектәр осрай. Шыршыларҙың йәше — 70—110 йәш. Үҫемлектәр япмаһында түбәндәге үҫемлектәр: Браун күп рәтле абағаһы, йәйелеүсән гудайера, эре сәскәле һәм ысын кәкүк ситеге сәскәһе, кортуза рәүешле кәзә һаҡалы йәки сәүкәбаш һ. б. кеүек һирәк төрҙәре осрай. Реликттар (Роберт яран сәскәһе, себер умырзаяһы, споралы әсе үлән һ.б.) һәм эндемиктар (Крылов айғолағы, татар ҡутырбашы, Урал цицербитаһы һ. б.) киң таралған[3].
Фаунаһы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- Толпар шыршылыҡтары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ТОЛПАРОВСКИЕ ЕЛЬНИКИ
- Толпаровские ельники, Гафурийский район
Иҫкәрмәләр
- ↑ Толпар шыршылыҡтары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Толпаровские ельники, Гафурийский район
- ↑ ТОЛПАРОВСКИЕ ЕЛЬНИКИ
заказник Бирский заказник. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).