Томаш Сикора

То́маш Сико́ра (пол. Tomasz Sikora; 1973 йылдың 21 декабре, Водзислав-Слёнски[d], Катовице воеводалығы[d]) — Польша биатлонсыһы, 2006 йылда Туринда ҡышҡы Олимпия уйындарының көмөш призёры. 1995 йылғы донъя чемпионы. 1990-сы йылдар уртаһынан 2000-се йылдар аҙағынаса биатлон буйынса Польша йыйылма командаһының лидеры.

2011/2012 миҙгеленән һуң биатлонсы карьераһын тамамлау хаҡында ҡарар ҡабул итә[1].

Tomasz Sikora by Slawek.jpg

Биатлон

Томаш Сикора биатлон менән 1989 йылда шөғөлләнә башлай, ә 1993/1994 миҙгелдә Донъя кубогы кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша. Киләһе миҙгелдә 1995 йылғы Антхольц-Антерсельвела донъя чемпионатында шәхси уҙышта еңеү яулай. Әммә артабан Сикораның сығыштарында һиҙелерлек уңыштар булмай. 1998 һәм 2002 йылға ҡышҡы Олимпия уйындарында ла уңышһыҙлыҡҡа осрай (шәхси уҙыштарҙа иң яҡшы һөҙөмтә — 2002 йылда эҙәрлекләүҙә 25-се урын. Әммә 2003 йылдан һуң ул һөҙөмтәләрен яҡшырта. 2004 йылда Оберхофта донъя чемпионатында 20 километрға шәхси уҙышта көмөш миҙал яулай, ә 2006 йылда Туринда ҡышҡы Олимпия уйындарында масс-стартта көмөш призёр була.

2008/2009 миҙгелендә дөйөм зачетта 2-се була (Уле-Эйнар Бьёрндалендан ғына ҡалыша).

2010 йылғы Олимпиадала ҡатнаша, әммә призлы урындар яуламай (иң яҡшы һөҙөмтә — шәхси уҙышта 7-се урын).

Саңғы ярыштары

2008/2009 миҙгелгә әҙерлек барышында Сикора FIS саңғы ярыштарында ҡатнашырға ниәтләй, әммә Польша йыйылмаһы тренерҙары уға Голливарҙа саңғы буйынса Донъя кубогының беренсе этапта эстафета командаһына ярҙам итеүҙе һорай[2]. 2008 йылдың 23 ноябрендә эстафетаның өсөнсө этабында сығыш яһай, ә үҙ этабында 16-сы һөҙөмтә күрһәтә[3].

Донъя кубоктары

Tomasz Sikora - 21-01-2010.jpg
  • 1993—1994 — 43-сө урын
  • 1994—1995 — 16-сы урын
  • 1995—1996 — 26-сы урын
  • 1996—1997 — 40-сы урын
  • 1997—1998 — 32-се урын (60 мәрәй)
  • 1998—1999 — 57-се урын (12 мәрәй)
  • 1999—2000 — 24-се урын (130 мәрәй)
  • 2000—2001 — 26-сы урын (197 мәрәй)
  • 2001—2002 — 34-се урын (133 мәрәй)
  • 2002—2003 — 9-сы урын (442 мәрәй)
  • 2003—2004 — 7-се урын (516 мәрәй)
  • 2004—2005 — 12-се урын (508 мәрәй)
  • 2005—2006 — 4-се урын (606 мәрәй)
  • 2006—2007 — 18-се урын (376 мәрәй)
  • 2007—2008 — 12-се урын (461 мәрәй)
  • 2008—2009 — 2-се урын (870 мәрәй)
  • 2009—2010 — 18-се урын (421 мәрәй)
  • 2010—2011 — 29-сы урын (315 мәрәй)
  • 2011—2012 — 72-се урын (36 мәрәй)

Донъя кубогында сығыштары һөҙөмтәләре

Иҫкәрмәләр

  1. Сикора решил проститься с биатлоном
  2. Биатлон стал намного профессиональнее 2008 йылдың 14 декабрь көнөндә архивланған. Интервью с Томашем Сикорой на сайте Чемпионат.ру от 13 декабря 2008 года
  3. Результат эстафеты (23 ноября 2008)

Тема буйынса өҫтәмә