Торналар (йыр)
«Торналар» — композитор Ян Френкелдең Рәсүл Ғамзатов һүҙҙәренә (рус теленә Наум Гребнев[ru] тәржемәһе) яҙған йыры. Һуғыш тураһында тыуған илдә һәм бөтә донъяла иң яҡшы һәм иң популяр йырҙарҙың береһе[1]. «…Йырҙың һүҙҙәренең… тәғәйен адресы бар — Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтмаған миллионлаған яугир. …шул уҡ ваҡытта „Торналар“ йыры төрлө ваҡыттағы һуғыштар ҡорбандарына бағышламаҫҡа сәбәп күрмәйем», — тип яҙа һуңынан Рәсүл Ғамзатов[2].
Йырҙың беренсе ноталарына авторҙар шундай бағышлау яҙа: «Марк Бернесҡа, был уның һуңғы йыры»[3].
Яҙылыу тарихы
Дағстан шағиры, СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы Рәсүл Ғамзатов «Торналар» шиғырын туған — авар телендә яҙа һәм торналар темаһы Хиросимала урынлашҡан Тыныслыҡ мемориал паркына барғандан һәм Хиросимала атом бомбаһы шартлағандан һуң лейкемиянан ыҙалаған япон ҡыҙы Садако Сасаки һәйкәлен күргәндән һуң тыуа.
Садако Сасаки ҡағыҙҙан мең оригами торнаһы эшләһә, һауығырына ышана. Азияла шундай ышаныу йәшәй: әгәр кеше төҫлө ҡағыҙҙараҙн мең оригами торна эшләһә, уның теләге үтәлә. Торналар шулай уҡ рус мәҙәниәтендә үҙ образына эйә һәм рус классик шиғриәтен тәржемә иткән Ғамзатов быны яҡшы белгән.
Ғамзатов Япониянан СССР-ға ҡайтҡанда, үҙе Японияла булғанда вафат булыуы тураһында хәбәре килгән әсәһен уйлай. Шулай уҡ Севастополь эргәһендәге алыштарҙа һәләк булған өлкән ағаһын, Ахильчи хәрби морягы булып, хәбәрһеҙ юғалған икенсе ағаһын, Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалған башҡа яҡын кешеләрег хәтерләй. Ғамзатов торналары — авар һәм рус торналары.
Ҡошҡа әйләнгән һәләк булған һалдат образын Рәсүл Ғамзатов йәш сағында, 1948 йылда бик билдәле булмаған шуғырында тыуҙыра (шулай уҡ Н. Гребнев тәржемәһе). Унда ҡыҙҙар күктә осҡан ҡоштарҙа үҙҙәренең һәләк булған һөйгән егеттәрен күрә. 1968 йылда Ғамзатов был образды үҫтереп, уны «Торналар» шиғырында камиллаштыра. Был көслө образ — шағирҙың үҙенсәлекле ижады өлгөһө[4].
Наум Гребнев тәржемәһендә «Торналар» шиғыры 1968 йылда «Новый мир» журналының 4-се һанында донъя күрә. Ул ошолай башлана:
Мне кажется порою, что джигиты,
С кровавых не пришедшие полей,
В могилах братских не были зарыты,
А превратились в белых журавлей.
Тәржемәгә ул һуғышҡа бәйле үҙенең тәжрибәһен һәм кисерештәрен дә һала.
1988 йылда тәржемәсе шағир вафат булғас, Ғамзатов уның тураһында: «Дуҫым Наум Гребнев „Торналарҙы“ рус теленә иҫ киткес тәржемә итте. Ул тәржемәсе генә түгел, авторҙаш тигәндәй булды. Был шиғыр уға башҡаларына ҡарағанда яҡыныраҡ ине, сөнки ул үҙе лә һуғышта яҡындарын һәм дуҫтарын юғалтҡан яралы яугир. Был шиғыр — уның шәхси кисерештәре, шәхси әрнеүе. Ул: „Был шиғыр минең турала һәм дуҫтарым тураһында“, — тине. Хәҙер мин уны уйлап та ҡайғырам — ул да торналар тубында үҙ урынын тапты», — тип яҙа[5].
Журналда баҫылған «Торналар» шиғыры, әгәр уға ул ваҡытта легендар булған, яңы йыр өсөн нигеҙ булырҙай шиғыр эҙләп бик күп шиғырҙар уҡыған Марк Бернес иғтибар итмәһә, Рәсүл Ғамзатов менән Наум Гребневтың башҡа шиғырҙары кеүек һоҡланғыс әҫәр генә булып ҡалыр ине. «Ғүмеренең һуңғы ике йылында , — тип хәтерләй йырсының тол ҡатыны Л. М. Бодрова, — Бернес даими рәүештә Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Күлиев шиғырҙарын уҡыны, әйтерһең дә нимәлер эҙләне. Һәм бер ваҡыт тапты»[6]. «Марк уның ярты йыл әҙерләне. Ауырыһа ла, һуңғы һулышына тиклем бирешмәй, был йыр уның реквиемы булырын тойоу ғына түгел, аныҡ белеп эшләне.
Был йыр ауыр тыуҙы, Марктың тәржемәсе менән ярһып бәхәсләшкәнен иҫләйем»[7], «тәржемәсе уның һәм Ғамзатовтың ижадын ҡабаттан яҙырға кәрәклеге менән килешмәне. Әммә Марк Наумович ныҡыш ине. Һәм йырҙы барлыҡҡа килтерҙе. Ул нимә тураһында йырлағанын белде»[8]. Бернес үҙе һуғышта булмай. Әммә илдең Ташкентҡа эвакуацияланған киностудиялары менән бергә (1941−1944 гг.), хәрби темаға арналған фильмдарҙа ҡатнаша, һалдат һәм командирҙарҙы уйнай. Бигерәк тә ул һуғыш тураһындағы йырҙарҙы оҫта башҡара (1943 йылда «Два бойца» фильмында «Тёмная ночь» йыры, «Враги сожгли родную хату», «Хотят ли русские войны» һ.б.). Һуғыш уның шәхси темаһына әүерелә[9].
Бернесҡа оло ихтирамлы мөнәсәбәттә булған һәм башҡа шағирҙарҙан, әгәр Бернес тексты үҙгәртеүҙе талап итә икән, бынан текст яҡшыра ғына[10] икәнән белгән Рәсүл Ғамзатов Расул Гамзатов былай тип хәтерләй:
Тәржемәсе менән йырсының теләктәрен ғәҙел тип таптыҡ һәм «егеттәр» урынына «һалдаттар» тип ҡуйҙыҡ. Был йырҙың адресын киңәйтеп, уға дөйөм кешелек әһәмиәтен бирҙе.
Шулай уҡ башҡа үҙгәртеүҙәр индерелә һәм текст ҡыҫҡартыла.
Текст менән бер үк ваҡытта музыка ла яҙыла. Йырсы яңы йыр яҙырға быға тиклем хеҙмәттәшлек иткән Ян Френкелгә мөрәжәғәт итә[11]. 1941—1942 йылдарҙа зенит училищеһын тамамлап һуғышта ҡатнашҡан һәм ауыр яраланған композиторға һуғыш темаһы яҡын була. Уға шиғыр оҡшай. Әммә текстың һуңғы вариантына көй тыумай ҙа ҡуя. Френкель буласаҡ музыканың хатта контурын да таба алмай… Ике ай үткәс кенә ул, йырҙы вокализдан башлау яҡшыраҡ булыр, тигән ҡарарға килә. Вокализ тиҙ тыуа, уның артынан бер тында төп көй ҙә яҙыла. Френкель былай тип хәтерләй:
Шунда уҡ Бернесҡа шылтыраттым. Ул шунда уҡ килеп етте, йырҙы тыңланы һәм… иланы. Ул нескә күңелле кеше түгел, әммә берәй нәмә ныҡ күңеленә ятһа, илай торғайны.
«Беренсе тапҡыр „Торналар“ редакция „Землянкаһында“ — традиционной встрече ветеранов войны в редакции газеты „Комсомольская правда“ гәзите редакцияһының һуғыш ветерандарының традицион осрашыуында яңғыраны, — тип һөйләй Нина Завадская, һуңынан „Музыкальная жизнь“ журналы мөхәррире. — Унда маршал Конев һәм башҡа билдәле хәрби начальниктар булды. Йыр тынғас, бүлмәлә оҙайлы тынлыҡ урынлашты. Һуңынан Конев Бернесты ҡосаҡлап, күҙҙәренә йәш тулып: „Рәхмәт! Йәл, беҙгә иларға хоҡуҡ бирелмәгән“, — тине»[12].
Марк Бернес «Торналар» йырын ауыр сирле килеш яҙҙыра. Ул ауырлыҡ менән йөрөй, шуға ҡарамаҫтан 1969 йылдың 8 июлендә улы уны студияға алып килә, артист йырҙы бер башҡарыуҙан яҙҙыра. Был яҙма уның ғүмерендә һуңғыһы була (бер айҙан, 16 августа Марк Бернес вафат була)[13]. Ян Френкелдең биографы, композитор Ю. Г. Рабинович яҙыуынса:
Бернес, көйҙө ишеткәс, барыһын да йырҙы тиҙерәк яҙҙырырға ашыҡтыра башлай. Ян әйтеүенсә, ул үҙенең ғүмере ахырына еткәнен һиҙеп, тап ошо йыр менән нөктә ҡуйырға теләй. Йырҙы яҙҙырыу Бернес өсөн ныҡ ауыр булды. Әммә ул барыһын да батырҙарса үткәрҙе һәм «Торналарҙы» яҙҙырҙы. Ысынлап та, был йыр уның һуңғы йыры булды[14].
Яҙма беренсе тапҡыр Бернес үлгәндән һуң 1969 йылда, тауышлы «Кругозор» журналының август һанында баҫыла[15], ә йыл һуңында «Последние записи» миньонында сыға[16] (сығарылыу йылы матрица һаны таблицаһы менән раҫлана[17]).
Бернестың башҡарыу манераһы үҙенсәлекле — ул йырлап ҡына ҡалмай, йырҙың һүҙҙәрен һуҙмай, ә уларҙы «һөйләй». Һәр һүҙе әһәмиәтле яҡшы шиғыр өсөн бындай башҡарыу хатта отошло ла.
Композиторҙар берлегендә йырға ҡараш төрлө була. Френкелдың күпселек коллегалары уны көйҙөң ябай һәм ныҡ хисле, «бард» характерлы булыуында һәм талапсан булмаған тыңлаусы өсөн ижад ителеүҙә ғәйепләй. Әммә баһаны ваҡыт үҙе ҡуя, һәм «Торналар» йыры ғәмәлдә халыҡ йыры булып китә. Күп йылдар үткәс шағир Е. Долматовский былай тип әйтәсәк: «Әйтергә кәрәк, йыр ваҡыт һынауын үтте һәм бер нисә быуын совет кешеһенең шәхси милкенә әүерелде. „Торналар“ ябай йыр ғына түгел — ул беҙҙең тарих бите, ҙур лирик-эпик картина»[18]
Мираҫ. Һәйкәлдәр
- Йыр Г. Полонскийҙың К. Молчановтың «Доживём до понедельника» фильмында яңғыраған (1968 йыл) «Журавлиная песня» тексында телгә алына:
Помню, как любил он у Бернеса
Песню всё про тех же журавлей.
- «Торналар» йыры Көньяҡ Кореяның 1995 йылда төшөрөлгән иң популяр һәм культ сериалы булған «Песочные часы» фильмында лейтмотив булып яңғырай.
- 2014 йылда «Үлемһеҙ полк» хәрәкәтенең рәсми символы биш ҡанатлы йондоҙ фонында күккә ынтылған торна була. Логотип авторы, рәссам Алексей Шелепов сюжет итеп «Торналар» йыры образын алыуын белдерә[19].
- Марк Бернес башҡарыуында йыр «Американцы» (АҠШ) шпион сериалында, «Дядьково» эпизодында ҡулланыла (5-се миҙгел, 2017).
- «Манюня» сериалында (2021—2022 йылдар, 1-се миҙгел, 1-се серия) мәктәп хоры ике тапҡыр «Торналар» йырын башҡара (фрагменттар бер минуттан кәмерәк).
- «Gyzyl kürte» төркмән нәфис фильмы («Красная курте», «Төркмәнфильм», 2022, режиссёр Сахысалых Байрамов) финалында «Торналар» йыры илдең экс-президенты Гурбангулы Бердымухамедов тәржемәһендә төркмән телендә яңғырай[20].
- «Торналар» йыры сыҡҡандан һуң, СССР-ҙа, һуңынан сит илдәрҙә, 1941—1945 йылдарҙа һуғыштар барған урындарҙа төп образ булып осоп барыусы торналар эшләнгән стелалар һәм һәйкәлдәр ҡуйыла башлай. Шулай итеп йыр образы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар символына әүерелә.
- 1972 йылда Үзбәкстандың Чирчик ҡалаһына ингән ерҙә осоп барған торналар эшләнгән бейек стела ҡуйыла (скульпторы Ю. Киселёв, архитекторы С. Сутягин менән Ю. Клепиков). Һәйкәл нигеҙенә «Торналар» шиғырының тәүге юлдары һәм автор исеме: Рәсүл Ғамзатов яҙылған[21].
- 1975 йылда Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһы эргәһендә «Ҡайтмағандарға» тип аталған мемориаль комплекс эшләнә (скульпторы А. Харьков, архитекторы А. Петров). Юлдың бер яғындағы ҡалҡыулыҡта — фронтҡа киткән балаларын көткән әсә; икенсе яҡта ике бейек стелала — осоп барыусы торналар тубы. Улар бик күп йылдар инде юл аша, бер-береһенән айырылып тора. Комплекс композицияһында ҡыңғырауҙар — сиркәү бүләге файҙаланыла[22].
- 1980 йылда Санкт-Петербургта «Торналар» мемориалы төҙөлә. Барельефта шулай уҡ осоп барыусы торналар мотивы ҡулланыла.
- 1982 йылда Һарытауҙың «Победа» паркында 1941—1945 йылдарҙағы һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә «Торналар» һәйкәле ҡуйыла (архитекторы Ю. Менякин).
- 1995 йылдың 7 майында, Еңеүҙең 50 йыллығына, Һамар өлкәһе Кинель ҡалаһының Алексеевка ҡасабаһында Володичкиндар ғаиләһенә — һуғышта һәләк булған 9 улдарына (уларҙы осоп барған 9 торна кәүҙәләндерә) һәм уларҙың әсәләренә арналған һәйкәл асыла (архитекторы Ю. Храмов).
- 1995 йылда Силәбе өлкәһенең Яманйылға ҡалаһында һуғышта һәләк булған ҡала кешеләре хөрмәткенә һәйкәл ҡуйыла (авторы — И. Франке), унда ике вертикаль плита өҫтөнән осоп барған ике торна һүрәтләнә[23].
- 2000 йылда «Курс дуғаһы» мемориаль комплексындағы нацистар ошо ерҙә атҡан ҡыҙылармеецтарҙың туғандар ҡәберлегендә яңы объект — күккә осҡан торналар тубы төшөрөлгән «Курск еренең билдәһеҙ һалдатына» гранит ҡәбер ташы асыла (скульпторы В. Бартенев).
- 2000 йылда Луганскиҙа һуғыш тамамланыуҙың 55 йыллығына һәйкәл асыла (скульпторы Е. Чумак): ерҙән күтәрелергә тырышҡан яралы ҡыҙылармеец фигураһы өҫтөнән торналар оса[24].
- 2005 йылдың 5 декабрендә, Мәскәү эргәһендәге алыштың 64-се йыллығына, мәскәү өлкәһенең Видное ҡалаһында «Торналар» (скульпторы А. Рожников) скульптура композицияһы барлыҡҡа килә. Концлагерь ҡоймаһы бағаналарын хәтерләткән түңәрәк булдырған өс стела араһынан күккү күтәрелергә теләп, торналар өйөрөлә. Ә аҫта, постамент өҫтөндә, Мәңгелек ут яна[25].
- 2005 йылдың 22 июнендә Ашдодта Еңеү һәйкәле асыла: зәңгәр глобусоы өс пилон, өнан өҫтә — өс торна; союздаштар флагтары һәм «Торналар» йыры һүҙҙәре яҙылған плита[26].
- 2005 йылдың 8 майында Көнбайыш Голливуд ҡалаһының "Пламмер-паркы"нда (Лос-Анджелес округы, Калифорния штаты, АҠШ), рус телле иммигранттарҙың 8 йыл юллауынан һуң, урындағы властар Икенсе донъя һуғышында һәләк булған совет һалдаттарына һәйкәл ҡуя. Унда торналар һүрәтләнә һәм «Торналар» йырының дүрт юлы рус һәм инглиз телдәрендә яҙыла (тәржемәсе — Питер Темпест, (скульпторы Михаил Нарузецкий). Мемориал эшҡыуарҙарҙың һәм ябай кешелрәҙең йыйған аҡсаһына төҙөлә[27][28][29][30].
- 2015 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына Үрге Пышма ҡалаһында һәйкәлде реставрациялағандан һуң металл менән йөҙләнгән, осоп барған торналар һүрәтләнгән ике 16 метрлыҡ стела ҡуйыла (архитекторы А. Луданенкова)[31].
- 2016 йылдың 22 июнендә Омск ҡалаһында Менделеев проспекты һәм Заозерная урамы киҫешкән урында урынлашҡан Еңеүҙең 70 йыллығы скверында «Торналар» һәйкәле асыла (баш архитекторы А. Бородавкин). Скульптура композицияһы бронзанан эшләнә, ҡоролманың бейеклеге — 4,5 метр[32].
- 2016 йылда Словенияла Любляна үҙәгендәге Жале мемориаль зыяратында «Словенияла һәләк булған Советтар Союзы һәм Рәсәй улдарына» һәйкәле асыла. Торналар тубын күккә Беренсе һәм Икенсе донъя һуғышы йылдары һанына тура килгән 8 стела күтәрә[33].
- 2017 йылда Красноярскиҙа «Беҙҙең хәтерҙәге торналар» скульптура композицияһы асыла. Ул Бөйөк Ватан һуғышы еңеүселәренә бағышлана (скульпторы Д. Шавлыгин). Гранит постамент өҫтөнән ялҡын күтәрелә, унан да өҫтәрәк дүрт торна күккә ынтыла. Монументтың дөйөм бейеклеге — 8,5 метр тирәһе[34].
- 2020 йылдың 30 июнендә Ржевта Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Ржев һуғышында һләк булған 1 миллион 300 мең һәләк булған яунир хөрмәтенә совет һалдатына мемориал асыла. 25 метр бейеклектәге һәйкәлдә авторҙар (скульпторы А. Коробцов, архитекторы К. Фомин) осоп барған торналарға әүерелгән һәләк булған һалдаттар образын тыуҙыра[35]. Аҫта — А. Твардовскийҙың «Я убит подо Ржевом» шиғыры юлдары яҙылған: «Мы за родину пали, Но она — спасена». Ошо ваҡиға айҡанлы Рәсәй банкы осоп барған торналар фонында яугирҙың ҡабарынҡы фигураһы төшөрөлгән көмөш тәңкә сығара[36].
Башҡа башҡарыусылар
Ян Френкель[37], Юрий Гуляев[38], Драган Стойнич][39], Боян Кодрич, Иосиф Кобзон[40], Валерий Леонтьев, Мөслим Магомаев[41], Виктор Вуячич, Олег Погудин, Дмитрий Хворостовский, Батырхан Шукенов, «Високосный год», Илдар Абдразаҡов, Днепропетровск рок-музыканттары, идея авторы һәм продюсеры КорВалALL[42].
- Йырҙы Зеэв Гейзелемиврит ивритҡа тәржемә иткән һәм ул Израилдә һәләк булғандар иҫтәлеге итеп башҡарыла[43].
- Грек телендә (Οι γερανοί Архивная копия от 4 октябрь 2021 на Wayback Machine) йырҙы 1987 йылда Харис Алексиу башҡара. Янис Рицос тәржемәһе.
- 2003 йылда Марк Алмонд үҙенең «Heart on Snow» («Сердце на снегу») альбомы өсөн йырҙы инглиз версияһында «The Storks» («Аисты») яҙҙыра.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Elena Polyudova. Soviet War Songs in the Context of Russian Culture (инг.). — Cambridge Scholars Publishing, 2016. — P. 178. — ISBN 978-1-443-88974-2. Архивировано 1 ғинуар 2022 года.
- ↑ Гамзатов Р. Зов белых журавлей (1990 г.). www.rasulgamzatov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2020. Архивировано 19 ноябрь 2020 года.
- ↑ Из интервью Я. Френкеля телеканалу «Россия» (ссылка с привязкой ко времени: от 1 мин. 47 сек. до 2 мин. 05 сек.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2019. Архивировано 17 ноябрь 2020 года.
- ↑ Устойчивая молва пытается ложно связать стихотворение Гамзатова «Журавли» с установленным в 1963 году под Владикавказом памятником Братьям Газдановым с изображением семи лебедей. Однако никто из авторов песни никогда об этой версии не упоминал.
- ↑ Гамзатов Р. Зов белых журавлей (1990 г.). www.rasulgamzatov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2020. Архивировано 19 ноябрь 2020 года.
- ↑ Бернес-Бодрова Л. Вспоминается песней // Марк Бернес. Статьи. Воспоминания о М. Н. Бернесе / Сост.: Л. М. Бернес-Бодрова. Вступительная статья и общая редакция Н. И. Смирновой. — М., 1980. — С. 210
- ↑ Бернес-Бодрова Л. Ни с кем я не сравню… // Марк Бернес в воспоминаниях современников / Составление, предисловие и комментарии К. В. Шилова. — М., Молодая гвардия: 2005. — С. 404.
- ↑ Бодрова Л. Вспоминается песней // Марк Бернес. Статьи. Воспоминания о М. Н. Бернесе / Сост.: Л. М. Бернес-Бодрова. Вступительная статья и общая редакция Н. И. Смирновой. — М., 1980. — С. 210
- ↑ См. Основные даты жизни и творчества М. Н. Бернеса // Марк Бернес в воспоминаниях современников / Составление, предисловие и комментарии К. В. Шилова. — М., Молодая гвардия: 2005. — С. 421.
- ↑ Шемета Л.П. Марк Бернес в песнях. — Киев, 2008. — С. 70−71. — 240 с. — ISBN 978-966-8382-26-0.
- ↑ Мелодии Яна Френкеля. Почему Л. Брежневу пришлось решать судьбу песни «Журавли»? shkolazhizni.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2020. Архивировано 28 июнь 2020 года.
- ↑ Цит. по: Шемета Л. П. Марк Бернес в песнях. — Киев, 2008. — С. 71.
- ↑ «Журавли» Я. Френкель — Р. Гамзатов — История песни — ВСЕ О ТВОРЧЕСТВЕ ОЛЕГА ПОГУДИНА — Форум клуба. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2010. Архивировано из оригинала 15 июнь 2013 года.
- ↑ Песни. Журавли
- ↑ Содержание звуковых страниц журнала «Кругозор» № 8, 1969 (см. с. 10). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2018. Архивировано 18 июнь 2018 года.
- ↑ Марк Бернес. Последние записи. Д-00025933-34 (пластинка-миньон) // Каталог долгоиграющих грампластинок. Часть вторая. Музыка народов СССР. Записи для детей. Эстрада, танцы. Оперетта. Марши. Лекции и музыкально-образовательные записи. 33⅓ об/мин. Моно и стерео / Сост. В. К. Крюков. — М.: Всесоюзная студия грамзаписи, 1972. — С. 347. — 508 с.
- ↑ А. И. Железный. Определитель дат записи советских грампластинок // Наш друг — грампластинка. Записки коллекционера. — К.: Музычна Украйина, 1989. — С. 271—272. — 280 с. — ISBN 5-88510-048-9.
- ↑ Журбинская Т. Ян Френкель — Жизнь и творчество Архивная копия от 3 август 2020 на Wayback Machine.
- ↑ Полковой Журавль — один из лучших логотипов России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2020. Архивировано 7 июль 2020 года.
- ↑ Экс-президент Туркменистана написал новый текст для советской песни «Журавли». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2022. Архивировано 16 август 2022 года.
- ↑ ПАМЯТЬ. Документалистика. Журавли Серго Сутягина (телепередача). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2020. Архивировано 5 июль 2020 года.
- ↑ Мемориальный комплекс «Невернувшимся». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2020. Архивировано 5 июль 2020 года.
- ↑ Иван Яковлевич Франке. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2020. Архивировано 5 июль 2020 года.
- ↑ Памятник Неизвестному солдату «Журавли» в Луганске. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2020. Архивировано 6 июль 2020 года.
- ↑ Вечный огонь обелиска — память о прошлой войне. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2020. Архивировано 31 март 2020 года.
- ↑ Памятники и мемориалы | Израиль. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2020. Архивировано 5 июль 2020 года.
- ↑ Facebook, Twitter, Show more sharing options, Facebook, Twitter, LinkedIn. Memorial Rises Amid Protest (ингл.). Los Angeles Times (9 май 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2020. Архивировано 12 ноябрь 2020 года.
- ↑ The Lengthy, Costly and Controversial Task of Memorializing Veterans. By Bob Bishop. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 декабрь 2019. Архивировано 31 декабрь 2019 года.
- ↑ Журавлиный клин над Голливудом. foto-history.livejournal.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2020. Архивировано 31 декабрь 2019 года.
- ↑ The cranes. ribf.riken.jp. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2020. Архивировано 12 ноябрь 2020 года.
- ↑ Мемориал «Журавли». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2020. Архивировано 5 июль 2020 года.
- ↑ В День памяти и скорби в Омске открыли памятник «Журавли». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2021. Архивировано 16 май 2021 года.
- ↑ Памятник «Сынам России и Советского Союза, погибшим на словенской земле в годы Первой и Второй мировых войн». Российское военно-историческое общество. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2020. Архивировано 30 июнь 2020 года.
- ↑ В центре Красноярска открыли новый памятник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2020. Архивировано 5 июль 2020 года.
- ↑ Зоя Игумнова. Всенародный солдат: кто стал прообразом бойца, убитого подо Ржевом. Облик советского воина авторы памятника собирали из реальных фото погибших героев войны. Известия (29 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2020. Архивировано 2 июль 2020 года.
- ↑ ЦБ выпустил памятную монету «Ржевский мемориал советскому Солдату». Банк России выпустил в обращение памятную монету "Ржевский мемориал советскому Солдату". Российская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2020. Архивировано 29 апрель 2020 года.
- ↑ Ян Френкель Журавли, Ян Френкель Yan Frenkel. Россия XX века в песенном творчестве (1 ғинуар 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2020. Архивировано 28 июнь 2020 года.
- ↑ Ntktgthtlfxf @Ijke.jq jujy`r? 1975 u/
- ↑ Драган Стойнич – "Журавли" на сайте Discogs
- ↑ Советское телевидение. Гостелерадиофонд России. Иосиф Кобзон. «Журавли». Песня-71. YouTube. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2020. Архивировано 5 июль 2020 года.
- ↑ БМчик - Персональный сайт Муслима Магомаева. Муслим Магомаев — Журавли. Muslim Magomaev — Zhuravli (The Cranes). YouTube. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2020. Архивировано 5 июль 2020 года.
- ↑ KorValAll. «Журавли». Рок-музыканты Днепра. Продюсер КорВалALL. YouTube (7 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2020. Архивировано 12 август 2020 года.
- ↑ «Мне кажется порою, что солдаты…»: Израиль вспоминает павших. Лехаим (8 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2020. Архивировано 28 июнь 2020 года.
Әҙәбиәт
- Шемета Л. П. Марк Бернес в песнях. — Киев, 2008. — 240 с.
- Ксения Крихели. «Журавли»: история песни, ставшей молитвой. Мир 23 (13 май 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2018. Архивировано 15 май 2018 года.
- Казиев Шапи. Расул Гамзатов. — М: Молодая гвардия, 2018. — О стихотворении «Журавли»: с. 250—257.
