Трегубова Любовь Васильевна
Трегубова Любовь Васильевна (17 июнь 1947 йыл) — СССР-ҙың аҙыҡ-түлек сәнәғәте алдынғыһы, Белгород өлкәһенең «Белгородмолагропром» берекмәһе Валуй һөт комбинатында өлкән мастер. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры
Биографияһы
Любовь Васильевна Трегубова Валуй районының Тимоново ауылында, хәҙер Белгород өлкәһе, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1964 йылда мәктәпте тамамлай. Һөт сәнәғәтенең Коньшинский училищеһында уҡый. 1966 йылда Валуй һөт комбинатына эшкә килә.
1966 йылдан 2003 йылға тиклем Валуй ҡалаһында һөт комбинатында эшләй. Анализатор, кефир цехы мастеры, өлкән мастер булып эшләй.
СССР Юғары Советы Президиумының 1975 йылдың 21 апрелендәге Указы менән III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 17 мартындағы Указы менән II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.
Комбинатта уның хеҙмәт эшмәкәрлеге күп кимәлдә билдәләнә. Юғары эш күрһәткестәре предприятиеға алдынғы эш һөҙөмтәләренә өлгәшеү мөмкинлеге бирә. Даими халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша, күп тапҡыр миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнә. Уның туранан-тура ҡатнашлығында комбинатта яңы заманса технологиялар индерелә[1][2].
"Производстволала ҡаҙаныштары һәм, хеҙмәтте ойоштороуҙың прогрессив технологияларын һәм алдынғы алымдарын ҡулланыу нигеҙендә хөкүмәткә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм һатыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн" СССР Юғары Советы Президиумының 1990 йылдың 10 сентябрендәге Указы менән Любовь Васильевна Трегубова I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры була.
2003 йылдан алып хаҡлы ялда. Ҡала һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Валуй районының йәмәғәт палатаһы ағзаһы булып тора, эшҡыуарҙарға һәм предприятиеларға ярҙам итә.
Белгород өлкәһенең Валуйка ҡалаһында йәшәй.
Төп сығанаҡ: >[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (10.09.1990);
- II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (17.03.1981);
- III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (21.04.1975);
- миҙал.
- Валуйка ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы.
- "Белгород Ере алдындағы хеҙмәттәре өсөн" миҙалы (2004).
Хәтер
- Валуйка ҡалаһында урамдарҙың береһе уның исеме менән аталған[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Круглый стол «Дорога славного пути» - Управление социальной защиты населения - Валуйки. usznval.ru.Дата обращения 28 апреля 2020.
- ↑ Проложили дорогу к славе трудом. Главный хранитель музея сообщила о тружениках района. val-zvezda31.ru.Дата обращения 28 апреля 2020.
- ↑ Тимур Каримов. Трегубова Любовь Васильевна. «Герои страны» сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2020.
- ↑ КЛАДР Трегубовой Улица Валуйки Город Валуйский Район Белгородская Область. kladr-rf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2020.
Һылтанмалар
- Трегубова Любовь Васильевна. «Герои страны» сайты.
- Названия улиц города Валуйки
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |