Туғылым (тимер юл станцияһы)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
Туғылым (урыҫ. Тугулым)— Свердловск тимер юлы Богданович — Төмән участкаһындағы тимер юл станцияһы. Ул 1885 йылда асыла[1]. Свердловск тимер юл хәрәкәте идаралығы дирекцияһының Төмән тимер юл станциялары эштәрен ойоштороу үҙәгенә ҡарай. Транссебер магистраленең төп юлының 2078-се километрында, Туғылым ҡасабаһында, Туғылым район үҙәгенән көнбайышҡа табан 5 километр алыҫлыҡта, Рәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһе Туғылым ҡала округында урынлашҡан.
Был станциянан Себер тракты сығырға мөмкин.
Коммерция операциялары
Вагонлап һәм ваҡ-күмәртәләп тейәлгн йөктәрҙе ҡабул итеү һәм оҙатыу туранан-тура тимер юлында һәм дөйөм ҡулланылышта булмаған урындарҙа ғына башҡарыла.
Брутто массаһы 20 һәм 24 тоннаға еткән универсаль контейнерҙарҙағы йөктәр инеү һәм сығыу юлдарында ҡабул ителә һәм тапшырыла.
Бөтә пассажирҙар поездарына билеттар һатыла. Багаждар ҡабул ителә һәм хужаларына тапшырыла.
Шулай уҡ ҡара
- Свердловск өлкәһенең Тимер юл станциялары, туҡталҡалар һәм урап үтеү юлдары исемлеге