Тәкәләр (ырыу)

Тәкәләр[1][2] (шулай уҡ тәкә, ҡәбилә атамаһы боронғо замандан «тау кәзәһе» тотемынан килеп сыҡҡан, тәкә һүрәте — шулай уҡ тотем һәм тамға) — төркмән халҡы составындағы иң ҙур подразделениеларҙың береһе.

Сығышы

undefined

Төркмән ғалимы А.Бикморатов, тәкә ырыуы үҙ сығышын һуннуҙарҙың түкү ҡәбиләһенән алып бара; әйткәндәй, төркмән-тәкә һәм боронғо һуннуҙарҙың хәрби-административ ойошмаһы ла үҙ-ара оҡшаш.[3] "Төркмәндәрҙең шәжәрәһе"ндә тәкә ырыуы салыр төркмән ҡәбиләһенән Туй-Тотмаҫ тоҡомо булып тора, тип хәбәр ителә .

Тәкәләр урындағы үҙенсәлекле тоҡом — Аһалтәкә атын бик ҡәҙерләгән, үрсеткән. Башҡа күсмә төрки халыҡтарҙан айырмалы рәүештә, тәкәләр һарыҡ итенә өҫтөнлөк биреп, йылҡы итен ашамаған.

Иҫкәрмәләр

  1. Текинцы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Текинцы // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  3. С.Атаныязов. Словарь туркменских этнонимов с. 112. Ашхабад: Ылым (1988). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2021. Архивировано 14 июль 2020 года.

Әҙәбиәт

Категориялар