Тәүбә (мәсет, Яр Саллы)
Мәсет тарихы
Мәсет 1989 йылда төҙөлә башлай һәм Волга буйы Болғарының ислам динен ҡабул итеүенең 1100 йыллығына тап килә[1]. Мәсет диндарҙар иғәнәһенә, ҡала ойошмалары, ҡала бюджеттарынан килгән аҡсаға, мосолман дәүләттәре иғәнәһенә төҙөлә. Эштең дүрттән бер өлөшө хаҡын Рәсәй Үҙәк диниә назараты финанслай. .
Проекттың авторы М. Басыров һәм проектлаусылары З. Галимйәнов, Ф. Хәзиев, Ш Мутиғуллин һәм Н. Шаһиев була[2]. Төҙөлөш 1992 йылда тамамлана.
1997 — 1999 йылдарҙан алып мәсеттә имам вазифаһын башҡарыусы Айрат Вәхитов.
Архитектураһы
Мәсет заллы мәсет бинаһына ҡарай, модернистик стилдә үтәлгән һәм силикат кирбестән төҙөлгән. Фасадтың йөҙлөгө эзбизташтан эшләнгән асыҡ плитканан тора, ә ҡоролманың түбәнге өлөшө шымартылған ҡара гранит менән башҡарылған. Мәсеттең көньяҡ өлөшөндәге фасадта Ҡөрьәндән өҙөктәр яҙылған. Мәсеттең өҫкө өлөшөндәге интерьер медальондар, семәрле үҫемлек орнаменттары менән ҡапланған аҡ мәрмәр менән биҙәлгән. Михраб ҡара мәрмәрҙән тора һәм Ҡөрьәндән алынған хикмәтле һүҙҙәр менән семәрләп биҙәлгән.
Мәсеттең ике айырым ишеге бар: көнбайыш ишеге ир-аттар өсөн, көнсығыш ишеге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн. Мәсеттең залы традицион сатырлы япма менән һәм 130 кешегә иҫәпләнгән. 53 м. бейеклктәге манара бинаның төньяҡ арҡыры киҫемендә урынлашҡан һәм дүрт маршлы һикәлтә менән һигеҙ ҡырлы олондо сағылдыра.
Ҡыйыҡ урынына унда таш түшәлгән терраса ҡоролған, унан тамбур аша намаҙ уҡый торған залға сығырға мөмкин. Мәсеткә инеү урыны бер ҡатлы корпустың көнбайыш (ир-аттар) һәм көнсығыш (ҡатын-ҡыҙҙар) фасадтарында урынлашҡан. Бинаның дөйөм майҙаны 1,3 мең м²[3]
Вестибюлдә ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың яртыһы бар, улар бүлкәләр менән бүленгән. Тәһәрәт өсөн бүлмә һәм санузел вестибюлдең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, гардероб һәм баҫҡыстар араһындағы майҙансыҡ — көньяҡ өлөштә. Ир-аттарҙың намаҙ уҡый торған залы михрабҡа ауыш ике яҡлы ҡыйыҡлы. Ҡыйыҡтар араһында төньяҡ фасадта ҡойолған быяланан төҫлө витраждар менән вертикаль яҡтылыҡ уйымы эшләнгән. Зал төньяҡ яртыһында — ҡатын-ҡыҙҙар өсөн балкон, унан манараға инергә була[4]. 2010 йылда тәһәрәт урындарын элекке гараж урынындағы ихатала ла асалар, Шулай уҡ вафат булғандарҙы йыуыу өсөн ихатаның артҡы өлөшөндә бина төҙөлә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Религия в Набережных Челнах
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мечеть «Тауба» г.Набережные Челны. Центральное духовное управление мусульман России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ғинуар 2014.
- ↑ Соборная мечеть Тауба: фото, описание. www.votpusk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2013.
- ↑ Мечеть Тауба на сайте Центрального духовного управления мусульман России. www.cdum.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2013.
- ↑ Описание Мечети «Тауба». www.islamcenter.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2013. Архивировано 30 октябрь 2012 года.