Төньяҡ Македония Паралимпия уйындарында
Төньяҡ Македония Паралимпия уйындарында 1996 йылда тәүге тапҡыр Атлантала сығыш яһай, үҙенең берҙән-бер вәкиле — Йовановский Бранимирҙы атыу буйынса ярыштарға ебәрә. Ошо мәлдән Төньяҡ Македония йәйге Паралимпия уйындарының даими ҡатнашыусыһы, әммә ҙур булмаған делегация ебәрә. Ҡышҡы Паралимпиадаларҙа Македония Республикаһы ҡатнашмай. Македония Республикаһының Паралимпия уйындарында ҡатнашыу тарихында өс спортсы сығыш яһай: Йовановский Бранимир (1996—2004), Каранфилов Ванчо (2000—2012) һәм Наковская Оливер (2004—2012)[1].
2004 йылда Афинала пневматик пистолеттан (SH1 категорияһы) 10 метрҙан атыуҙа Каранфилов Ванчо тәүге миҙал алып ҡайта. 2012 йылда Лондонда Наковская-Быкова Оливера пневматик пистолеттан SH1 10 метрға атыуҙа Македония Республикаһынан беренсе паралимпия чемпионы була. Ул P2 категорияһында яңы донъя рекорды (381 мәрәй) һәм паралимпия рекорды ҡуя, шулай уҡ финалда 475,7 мәрәй йыя[2].
Бынан алда Төньяҡ Македония спортсылары Югославияның йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай: 1980 йылда Паралимпиадала Вангел Забев йөҙөүҙә ике бронза миҙал яулай. 1992 йылда Йовановский, бойондороҡһоҙ ҡатнашыусылар хоҡуғы менән сығыш яһап, пневматик пистолеттан (SH1 категорияһы) атыу буйынса еңеү яулай[3].
Миҙалсылар
| Миҙал | Спортсы | Йыл | Спорт төрө | Дисциплина | Һөҙөмтә |
|---|---|---|---|---|---|
| Каранфилов Ванчо | Афина 2004 | Атыу | Ирҙәр, пневматик пистолет, SH1 | 661,6 мәрәй | |
| Наковская-Быкова Оливера | Лондон 2012 | Атыу | Ҡатын-ҡыҙҙар, пневматик пистолет, SH1 | 475,7 мәрәй |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- <a href="https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D0%B5%D0%B2%D0%B5%D1%80%D0%BD%D0%B0%D1%8F_%D0%9C%D0%B0%D0%BA%D0%B5%D0%B4%D0%BE%D0%BD%D0%B8%D1%8F_%D0%BD%D0%B0_%D0%9E%D0%BB%D0%B8%D0%BC%D0%BF%D0%B8%D0%B9%D1%81%D0%BA%D0%B8%D1%85_%D0%B8%D0%B3%D1%80%D0%B0%D1%85" rel="mw:ExtLink" title="Северная Македония на Олимпийских играх" class="cx-link" data-linkid="130">Северная Македония на Олимпийских играх</a>
Иҫкәрмәләр
- ↑ Macedonia at the Paralympics, Международный паралимпийский комитет
- ↑ Paralympic records in Women’s P2-10m Air Pistol-SH1 2012 йылдың 2 сентябрь көнөндә архивланған., Official London 2012 Paralympic site
- ↑ МЕДАЛИСТИ НА ОИ (макед.). Makedonski Olimpiski Komitet. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2008. Архивировано 2 июнь 2008 года. 2008 йылдың 2 июнь көнөндә архивланған.